Һәүәҫкәр балыҡсылар уны күпләп тотоп һатыуҙы маҡсат итеп ҡуймаҫҡа, ә был шөғөл күңелле сәйәхәт, ял итеү төрө генә булырға тейеш.
Һәүәҫкәр балыҡсылар өсөн тәүлегенә биш килограмм балыҡ тотоу рөхсәт ителә. Бындай күләмдә тотолған балыҡ, һыу ятҡылығы буйында балыҡсылар күп булған осраҡта ла, уның һанын кәметеүгә килтермәй. Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.37-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы, балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, ә һыу биоресурстарына ҙур зыян килтергән осраҡта – Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 256-сы статьяһы буйынса.
Балыҡ тотоп кәсеп итеү ваҡыты күптән уҙған. Беҙ цивилизациялы йәмғиәттә йәшәйбеҙ, кәрәкле аҙыҡ-түлекте магазиндан һатып алырға мөмкин, ә балыҡ тотоу ял итеү, тәбиғәт менән аралашыу, спорт төрө генә булып ҡалһын ине.
Һыу ятҡылыҡтарына зыян килтермәгеҙ, уны таҙа тотоу кәрәк, шул ваҡытта ғына матур тәбиғәт күренеше йылға буйында балыҡ ҡаптырғанда яҡшы кәйеф, уңыш килтерер.
Руслан ХӘСӘНОВ,
Башҡортостан Республикаһының
биологик һыу ресурстарын һаҡлау һәм
күҙәтеү дәүләт контроле бүлеге
дәүләт инспекторы.