Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Октябрь 2020, 18:00

Файҙаһы тураһында бөтәһен дә беләбеҙме?

Һарымһаҡтың микробтарға ҡаршы тороу һәләте көслө, шунлыҡтан ирекле радикалдар менән көрәштә был йәшелсә ҙур ярҙамсы булып тора. Ә уны йылы һөт менән ҡушып ҡулланғанда инде, тағы ла күберәк сирҙәрҙән килешеүе мөмкин.

Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн беҙгә 250 миллилитр һыу, 10 таҙартылған һәм ваҡ итеп туралған һарымһаҡ теше, 500 миллилитр һөт, 2-3 балғалаҡ шәкәр кәрәк буласаҡ.


Һыу һәм һөттө кәстрүлгә ҡойоп, әҙер һарымһаҡты ҡушып йылытырға ҡуябыҙ. Болғай-болғай торабыҙ, шыйыҡса яртыһы парға сығып бөткәнсе ҡайнаһын. Ҡалғанын һөҙөп алабыҙ ҙа шәкәрҙе ҡушып болғатабыҙ. Файҙаһы һөҙөмтәле булһын өсөн эсемлекте эҫе көйө эсергә кәрәк.

Ниндәй ауырыуҙарҙан файҙалы? Уны көнөнә өс тапҡыр ҡулланғанда, пневмония менән көрәштә һөҙөмтәле сара булып торор. Астмаға ла файҙалы. Ундай сир бар икән, көн дә йоҡлар алдынан өс теш һарымһаҡты ашап ятырға кәрәк. Яҡшы һөҙөмтәһе оҙаҡламай һиҙелер.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы ла ҡулланырға мөмкин. Һөт менән һарымһаҡ ярҙамында яһалған эсемлек ҡандағы насар холестеринды түбәнәйтә, ә яҡшыһын арттыра, тимәк, ҡан әйләнеше лә яҡшыра тигән һүҙ был.

Файҙалы эсемлекте артрит менән ыҙаланғандарға ла тәҡдим итергә мөмкин, ул ауыртыныуҙы баҫыу көсөнә эйә.

Һары ауырыуын дауалай. Һарымһаҡтағы көкөрт бауырҙың организмдағы ағыулы матдәләрҙе ҡыуып сығарышыуҙа ярҙам итә. Шулай уҡ ундағы селен һәм аллицин күберәк үт бүлеп сығарыуҙа ярҙам иткәнлектән, бауырҙағы майҙың кәмеүе күҙәтелә. Бының өсөн эсемлекте биш көн буйы өҙмәй эсергә кәрәк.

Йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Һарымһаҡтағы шул уҡ селен һәм аллицитин шундай көскә эйә.

Туберкулез менән сирле кешеләргә лә файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ундай ваҡытта шифалы эсемлекте көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк.

Йүткереүҙе баҫырға ярҙам итә. Бының өсөн әҙерләнгән эсемлеккә куркума өҫтәп ебәрергә була. Һарымһаҡтағы биологик әүҙем матдәләр йүтәлде туҡтатыу һәләтенә эйә.

Бер нисә теш бешкән һарымһаҡты көн дә ашап йөрөгәндә, ул түлһеҙлек һәм импотентлыҡ менән көрәштә файҙалы ысул булып тора ала.

Аш һеңдереү системаһы өсөн дә яҡшы рецепт. Әгәр ҙә эстә ҡыйынлыҡ тойһағыҙ, ашҡаҙан ташһа, күпһә, эс ҡатһа, әлеге шифалы рецепт тейешле ярҙамды күрһәтер. Тик ингредиенттарҙың бөтәһе лә һеҙгә яраймы, аллергия тыуҙырмаймы - табип менән кәңәшләшеп, белеү мотлаҡ.

Фото:ok.ru
Автор: Аклима Гизатуллина