Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Сентябрь 2020, 18:50

Һаңғырау бәшмәк

Республика халҡы, шул рәттән Мәсетле районында йәшәүселәр ҙә, социаль селтәрҙә урманда тапҡан ғәҙәти булмаған табыш – һаңғырау бәшмәк фотоһүрәте менән уртаҡлаша. Бындай бәшмәктәрҙең быйыл күп булыуы интернет ҡулланыусылар араһында ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырҙы.

Быйыл көҙ бәшмәк уңыуы менән дан алды. Тыныс һунар яратыусылар урман-ҡырҙар буйлап йөрөгәндә иҫ киткес үҫемлектәргә тап була. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Дамир Зарипов та социаль селтәрҙә фотоһүрәт менән уртаҡлашты (һүрәттә). Ул бер тапҡыр ҙа бындай бәшмәк йыймаған, уларҙы ағыулы тип иҫәпләгән.
– Бал ҡорттары тотҡас, урманда бик йыш булырға тура килә. Был бәшмәкте бик һирәк осрата инем, күбеһенсә гел бер урында. Һаңғырау бәшмәк ҙурлығы буйынса баскетбол тубы ҙурлығында, – тип уртаҡлаша ул хәбәре менән.
Беҙҙең районда һаңғырау бәшмәк киң ҡулланылмай.
– Беҙ бәләкәй саҡта шар кеүек бәшмәктәргә ҡыҙыҡ итеп баҫа инек, борхолдап һоро төтөнө сыға. Тиҫтерҙәр менән һуғыш уйыны уйнағанда, махсус төтөнлө граната тип хис итә торғайныҡ. Ололар, төтөнө ҡолаҡҡа инһә, һаңғырау ҡалырһың тип әйтә торған ине, шуға ла ҡолаҡты яба торған булдыҡ, – тип уртаҡлаша хәтирәләре менән район гәзитен уҡыусы.
Шулай булыуына ҡарамаҫтан, был бәшмәкте ризыҡ урынына ҡулланған кешеләр бар.
– Мәсетле районында ла һаңғырау бәшмәк ҙур булып үҫә, тик уны бер кем дә йыймай. Уны элек дарыу эшләр өсөн ала торған инеләр. Бер кем дә ашамай. Бер йылды мендәр ҙурлығында таптыҡ. Әсәйем, был минең ғүмеремдә беренсе тапҡыр күргән, тубығыма тиклем булған ҙур бәшмәк, тине, – тип яҙа райондашыбыҙ.
Икенсе интернет ҡулланыусы комментарийға, һаңғырау бәшмәкте һуған, һарымһаҡ менән майҙа ҡыҙҙырабыҙ тип өҫтәгән.
Һаңғырау бәшмәк Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына ингән һәм ашарға яраҡлы тип иҫәпләнә. Белгестәр мәғлүмәте буйынса, бындай бәшмәктәр ашарға ғына яраҡлы түгел, ә шифалы үҙенсәлектәргә лә эйә. Шулай уҡ, белгестәр ашарға яраҡлы күп төрлө бәшмәктәр араһында ла ағыулылары бар, тип иҫкәртә. Шуның өсөн һаҡ булығыҙ: бәшмәктәрҙе йыйырҙан алда, ентекләп өйрәнергә кәрәк.