Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Сентябрь 2020, 12:20

Алтын көҙҙөң мул уңышы

Көҙөн өйҙә йәшелсә күп. Ҡабаҡ, ташҡабаҡ, помидор, кәбеҫтә… Әйҙә, күңелең теләгән ризыҡты бешер!

Тултырылған ташҡабаҡ
Кәрәк: 2 йәш ташҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 баш һуған, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он, 1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунда уҡ үткәрелгән ит ҡушып ҡыҙҙырабыҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.
Эслек әҙерләнгәнсе ташҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ.
Ташҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.
Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
Тултырылған ташҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. Мейескә 180–200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30–40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.
Алһыу кәбеҫтә
Кәрәк: 1,5 кг кәбеҫтәгә 1 сөгөлдөр, 1 баш һарымһаҡ, 1-2 әсе борос, 150 г шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 4-5 бөртөк хуш еҫле борос, 2 лавр япрағы, 4 ҡәнәфер тәмләткесе, 1 стакан аш һеркәһе.
Кәбеҫтәне шырпы ҡабы ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға бүләбеҙ. Сөгөлдөрҙө нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Һарым­һаҡты әрсейбеҙ. Стерилләнгән банкаға кәбеҫтәне һарымһаҡ тырнаҡтары, сө­гөлдөр менән аралаштырып тултырабыҙ. Шунда уҡ ваҡланған әсе боросто ла һалып ебәрәбеҙ. Күләмен белер өсөн, тултырғансы һыу ҡоябыҙ, шунан уны кәстрүлгә бушатабыҙ, тағы 1 стакан һыу өҫтәйбеҙ. Ҡәнәфер, шәкәр, тоҙ, лавр япрағы, хуш еҫле борос һалып, һыулы кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, маринадты талғын ғына утта 5 – 7 минут тота­быҙ. Банкаға аш һеркәһе, маринад ҡоябыҙ ҙа еңелсә ҡаплап, 3 – 6 көнгә ултыртып ҡуябыҙ. Салат әҙер!
Эремсек тултырылған татлы борос
Кәрәк: ярты килограмм татлы борос, 1 йомортҡа, 1-2 помидор, 150 грамм эремсек, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр.
Боросто йыуып, уртаға ҡырҡабыҙ, орлоҡтарын алабыҙ. Эремсеккә йомортҡа һытабыҙ, ваҡлап туралған помидор, тоҙ, борос, тәмләткес үләндәр һалып болғатабыҙ.
Боростоң эсен тоҙ менән ышҡып, эремсекле эслекте тултырабыҙ. Майланған табаға борос- тарҙы һалабыҙ. Араларына помидор киҫәктәре теҙеп сығырға мөмкин. Мейестә 15-20 минут бешерәбеҙ.