Сәсеү әйләнешен теүәл күҙәткәндә, көҙгө уңыш та мулыраҡ буласаҡ, үҫемлектәр ҙә ауырыуҙарға бирешмәйәсәк, ерҙең уңдырышлығын да күтәрергә мөмкин. Бер урында йылдар дауамында бер үк культураны ултыртыу ерҙә ауырыуҙарҙың тупланыуына, ерҙең ярлыланыуына килтерә. Ә культураларҙы алмаштырып, алдан күҙҙаллаған хәлдә йыл да һау еләк-емеш, йәшелсәнең мул уңышын алырға була. Бынан тыш, сәсеү алмашыныуын алдан күҙаллау күпме орлоҡ һатып алырға, күпме үҫенте ултыртырға кәрәклеген алдан фаразларға мөмкинлек бирә. Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Ҡырмыҫҡалы районы буйынса агрономы Айһылыу Камалетдинов ентекләберәк һөйләй:
Бындай дәфтәр миндә лә бар. Быйыл баҡсағыҙҙа ҡайҙа нимә сәскәнегеҙҙе хәтерләп, схема төшөрөгөҙ ҙә, икенсе йыл яҙ ошо схемаға ҡарап баҡсаны планлаштырыуы рәхәтерәк булыр. Картуфтан һуң кәбеҫтәнең һәр төрө лә һәйбәт үҫә. Тимәк, иртә һәм һуң өлгөрә торған кәбеҫтә, кольраби һәм төҫлө кәбеҫтәнең барлыҡ төрҙәрен дә ултыртырға була. Кәбеҫтәнән һуң томаттар һәм ҡыяр һәйбәт үҫә. Помидорҙан һуң түтәлгә ҡыяр, ҡабаҡ, таш ҡабаҡ ултыртырға кәрәк. Быға тиклем ҡыяр үҫкән түтәлдә баклажан, борос һәм помидор ултыртырға. Башлы һуған фасоль, борсаҡ, торманан һуң һәйбәт үҫә. Ә бына башлы һуған артынан кишер ултыртҡанда, уның мул уңышына, ауырыуҙарға бирешмәүенә өмөт итергә була. Ҡыҙыл сөгөлдөр борос үҫкән ерҙе үҙ итәсәк. Бына редисты һарымаҡ, кишер, сөгөлдөр рәттәре араһына ултыртыу ике йәшелсә өсөн дә файҙалы булмаҡсы. Еләк түтәлдәре тирәләй йәшел һуған, борсаҡ ултыртырға кәңәш ителә. Иң мөһиме үҫемлектәрҙе 3 – 4 йыл дауамында кире үҫкән урынына ҡайтармауҙы күҙ уңында тоторға кәрәк ти Айһылыу. Бындай дәфтәр күҙәтеү алып барыу өсөн дә файҙалы. Ҡасан нимә сәселгән, ниндәй ашламалар индерелгән, күпме уңыш алынған. Быларҙың барыһы ла баҡсасы өсөн бик мөһим!
Орлоҡтарға, ашламаға сарыф ителгән сығымдарҙы ла иҫәпләп барһағыҙ, һуңынан баҡсаның нисә һумға төшөүен иҫәпләүе ҡыҙығыраҡ буласаҡ!