Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Гөлнара Саярова емеш-еләктәрҙән күп төрлө ҡаҡ ҡойоу серҙәрен белә. Уның 35 төр емеш-еләк ағасы үҫкән баҡсаһына һоҡланмау мөмкин түгел. Алмаларҙың ғына 18 сорты иҫәпләнә, тағы ла грушаның – ике, сливаның өс сорты бар.
Яҡшы уңыш үҫтереү – эштең яртыһы ғына. Артабан уны дөрөҫ итеп әҙерләргә һәм һаҡларға белергә кәрәк. Өй шарттарында әҙерләнгән ҡаҡ магазиндан һатып алынған татлы ризыҡтарҙан бер ҙә ҡалышмай, ә киреһенсә, файҙаһы һәм сифаты яғынан күпкә яҡшыраҡ. Бынан тыш, әҙер продукттың татлылығын, тәмен һәм ҡуйылығын үҙеңә кәрәккәнсә самалайһың. Уны шәкәрһеҙ әҙерләп, диетик аҙыҡ әҙерләргә мөмкин. Ә инде йомортҡа ҡушһаң, ул зефир кеүек ҡабарынҡы килеп сыға.
– Емеш-еләктәрҙең берәүҙәре йомшаҡ, икенселәре ҡаты була, – тип бүлешә кәңәштәре менән Гөлнара Фәһим ҡыҙы. –Ҡаҡ эшләгәндә был бик мөһим. Йомшаҡ емеш-еләктән (сейә, слива, виноград) ҡойолған ҡаҡ оҙаҡ кибә, ҡулға йәбешә һәм һауытта мүкләнә. Шуға ла, ҡатылары йомшаҡтарының артыҡ һутын һеңдерһен өсөн, уларҙы бутап киптерәм. Мәҫәлән, алма менән сливаны йәки сейәне, груша менән виноградты.
Саяровтар ғаиләһе баҡсала урыҫ мейесе һалырға ниәтләй, сөнки боронғолар ҡаҡты шунда әҙерләгән. Бындай мейестә температура һалмаҡ ҡына кәмей һәм ҡаҡ яйлап кибә. Шулай уҡ уны тимер һауыттарға һалып газ плитаһы мейесендә йә еләҫле, ҡояшлы көндә урамда киптерергә мөмкин.
Әҙер татлы ризыҡты пергаментҡа төрөп ҡоро урында йәки быяла банкаға һалып һыуытҡыста һаҡлай-ҙар.Ҡаҡ ҡойоу эше оҙаҡ ваҡытты алһа ла, ҡышҡы һалҡын көндәрҙә һөҙөмтәһе үҙен аҡлай.
Гөлдәр СОЛТАНОВА.