Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
29 Июль 2020, 20:00

Иң файҙалы еләктәрҙең береһе

Баҡсағыҙҙа ҡурай еләге бармы әле?

Башҡа емеш-еләк кеүек ҡурай еләгенең дә шифаһы иҫ киткес ҙур. Белгестәр әйтеүенсә, ул юғары температураны төшөрөү, ҡанды шыйығайтыу сифатына эйә, был йәһәттән ул хатта аспиринды ла алмаштыра ала, тиҙәр. Шуға күрә уны ҡаны ҡуйы булған кешеләргә, тағы ла инсульт, инфарктты иҫкәртеү маҡсатында даими ашарға кәңәш итәләр.

Ҡурай еләге С витаминына ла ифрат бай. Әгәр уны йүкә сәскәһе йәки ҡарағат япрағы менән ҡушып, төнәтмә эшләһәгеҙ, йәки көн дә эскән сәйегеҙгә һалып ебәрһәгеҙ, иммунитетығыҙ нығыныр, сир-сырхауға бирешеп бармаҫһығыҙ.

Ҡурай еләгенән ҡайнатма, джем яһайҙар, әммә иң отошлоһо – уны туңдырып һаҡлау.
Фото: diz-cafe.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова