Күҙҙең яуын алып торған сағыу төҫлө гөл-сәскәләр кешегә эстетик ҡәнәғәтлек кенә биреп ҡалмай, ә ысын мәғәнәһендә йәнгә лә, тәнгә лә сихәт биреүсе көскә эйә. Баҡтиһәң, уның төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы. Төҫтәр менән дауаланыу төрө – төҫтәр терапияһы бик борон барлыҡҡа килгән, Мысырҙа, Ҡытайҙа, Һиндостанда таралған булған. Төҫтәр менән дауалау ысулы хәҙерге заманда ла киң ҡулланылышта. Бәрхәт сәскәнең төҫө көнсығышта ҡояш төҫө менән сағыштырыла һәм кәйеф күтәреү көсөнә эйә, шәхестең абруйын күтәрә, ғаилә ҡороуҙы, атай-әсәлек ҡыуанысын татыуҙы, нәҫел ебен дауам итеүҙе тормошҡа ашыра. Баш-ҡалар өсөн яуаплылыҡ той-ғоһон үҫтерә.
Был бер йыллыҡ гөлдән төнәтмәләр әҙерләп, төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн ҡулланырға була.
Был гөлдөң составында күп төрлө витаминдар (ретинол, каротин, токоферол, фолий һәм аскорбин кислоталары), минераль матдәләр (магний, калий, тимер, көкөрт, цинк), эфир май-ҙары, алколоид, флавоноидтар бар.
Бәрхәт гөлө ауыртыуҙарҙы баҫа, шешенеүҙе ҡайтара, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртҡанда ферменттарҙы нормаға килтерә, тынысландыра, хәлһеҙлекте бөтөрә, стресс, көсөргәнеш, депрессия менән көрәшә, баш мейеһенең эшмәкәрлеген яҡшырта, вирустарға ҡаршы тора, иммунитетты нығыта, атеросклероздың үҫешеүен иҫкәртә, холестерин кимәлен түбәнәйтеп, ҡан тамырҙарын төйөрсөктәрҙән таҙарта. Шулай уҡ, был гөл йөрәк-ҡан тамыр-ҙары ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә файҙалы. Инфаркт, инсультты профилактикалау маҡсатында ла ҡулланалар.
Ә сәскәһенең еҫе иһә һауалағы паразиттарҙы ҡыуа.
Бәрхәт гөлө сәскәләрен халыҡ медицинаһында ғына түгел, косметика әҙерләүҙә ҡулланалар, кулинарияла салат- тарға ҡушалар. 2-3 баш сәскәне салатҡа ҡушһаң, күҙҙәрҙең арыуын ала.
Бәрхәт гөлөнөң бер сәскәһен орлоғо менән бергә ваҡлап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, көнөнә 3-4 тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшөн эсәләр. Тәме оҡшамаһа, бер балғалаҡ бал, йә бер нисә тамсы лимон һуты тамыҙырға кәңәш ителә.
Балалар тирләп йонсоғанда бер аш ҡалағы иҙелгән сәскәне һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп биш минут тирәһе тандыр ғына утта ҡайнатҡас, бер сәғәт самаһы тоторға кәрәк. Шунан был төнәтмәне һарҡытып, тәндең тирләгән ерҙәренә һөртәләр.
Ирендәр ҡороп, ярылған ваҡытта бәрхәт гөлөнән әҙерләнгән бальзам ярҙам итер. Стакандың өстән бер өлөшө күләмендә зәйтүн майына ике аш ҡалағы иҙелгән сәскәне, бер аш ҡалағы абрикос майын (аптекала һатыла) ҡушып, быяла һауытта бутап, ете көнгә ҡараңғы урынға ҡуйып әҙерләй-ҙәр. Һуңынан һарҡытып ҡулланырға мөмкин.
Бындай матур ҙа, файҙалы ла гөлдө үҙ баҡсағыҙҙа үҫтерергә онотмағыҙ.
Ҡаршы күрһәтмәләр бар. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.