Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Июль 2020, 14:00

Әкиәттәгеләй матур донъялары

Абдулла ауылында бер йорт хужалары үҙ ҡулдары менән ысын әкиәт донъяһы булдырған. Фәниә Вәҡиф ҡыҙы һәм Әүәл Вәсил улы Раяновтар оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында, Усинск ҡалаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылдарына, атай йортона күсеп ҡайта.

Өй ауыл уртаһында урынлашҡан. Семәрле тимер тәҙрә тирәстәре, матур тимер ҡойма – был ғәҙәти булмаған күренеш йыраҡтан иғтибарҙы үҙенә тартып, күҙҙең яуын алып тора. Өй башындағы ҡауҙы скульптураһы әкиәт донъяһын хәтерләтә. Ғаиләнең үҙенсәлекле символы ла ул.
Фәниә апай баҡсаһында төрлө-төрлө матур сәскәләр үҫтерә: виола, хризантема, флокс, петуния, ромашка, алистриум, циния, сальвия. Үҫемлектәрҙең хуш еҫтәре бөтә йортҡа, күрше ихаталарға ла таралып, күңелде күтәрә.
– Сәскәләрҙе мин күптән үҫтерәм, – ти Фәниә Вәҡиф ҡыҙы. – Себер тарафтарында йәшәгәндә лә тәҙрә төптәрендә төрлө бүлмә гөлдәре булды. Үткән кеше ҡыҙығып, инеп гөл үҫентеләрен һорай торған ине. Ул ваҡыттарҙа магазиндарҙа гөлдәр өсөн тупраҡ һатылманы, ауылға ҡайтҡанда йәшниктәргә тейәп килтерер булдым.
Фәниә Вәҡиф ҡыҙы үҙенең сәскәләр үҫтереү сере менән дә уртаҡлашты. Улар иркәләгәнде, тәрбиәләгәнде ярата. Баҡтиһәң, гөлдәрен йомортҡа ҡабығынан әҙерләгән ашлама менән туҡландыра. Был ашлама эшләү ысулы бик ябай. Биш йомортҡа ҡабығынан әҙерләнгән иҙмәне һауытҡа һалып, өҫтөнә өс литр ҡайнар һыу ҡоя. Ете көн тотҡандан һуң, тоноҡланып еҫе сыға башлағас, өскә бер иҫәбе менән һыу өҫтәп ҡулланырға ярай. Өй гөлдәренә, баҡса сәскәләренә был ашламаны айына ике тапҡыр индерә. Шулай уҡ йомортҡа ҡабығынан иҙмәне тупраҡҡа өҫтәргә мөмкин. Үҫентеләргә калий ашламаһы индереү өсөн, банан ҡабығын киптереп, тупраҡҡа ҡуша.