Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Июнь 2020, 11:35

Эх, еләкле йәйҙәрҙең онота алмамын йәмен...

Еләктәрҙең ҡыҙарып, һутланып бешкән сағы. Уны ваҡытында тәрбиәләп тә, тәмләп тә өлгөрөргә кәрәк.

Баҡса еләге
Баҡса еләге – бик наҙлы үҫемлек. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра ла ҡуя. Шуға иртә яҙҙан баҡсасыға иғтибарлы булырға кәрәк. Тәү сиратта еләктең һәйбәт сортын һайлағыҙ, агротехника тураһында онотмағыҙ. Быларҙан тыш, еләккә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Тап уның ҡапыл үҙгәреүе, һыуыҡтар һәм ямғыр сирҙәр барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булып тора ла инде.
Мәҫәлән, һоро серек ауырыуы бәшмәклеләр төрөнә ҡарай. Айырыуса еләк бешкән осорҙа барлыҡҡа килә. Уны ваҡытында туҡтатмаһаң, бөтөн еләклеккә күсеүе ихтимал. Ямғырлы йыл- дарҙа йыш барлыҡҡа килә. Үҫемлектә һоро таптар барлыҡҡа килһә, тимәк, еләклек ауырыуға дусар булған. Ошо ваҡытта уҡ уның менән көрәшә баш- ларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу ерҙә һаҡланып ҡалыуы ихтимал, серегән еләк һәм япраҡтарҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ.
Ауырыу менән көрәшеү өсөн был ауырыуға дусар булмаған сорттар алыр-ға, ауырыу еләктәрҙе шунда уҡ өҙөргә, сүп үләндәрен ваҡытында утарға, еләк бешә башлар алдынан рәттәр араһына торф, һалам һалып сығырға, иртә яҙҙан бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртергә, еләк сәскә атыр алдынан һәм уңышты йыйып алғандан һуң фунгицидтар менән эшкәртергә кәрәк.
Баҡса еләгенән тәмлекәс
Ярты килограмм ҡатлы ҡамыр, 300-400 грамм баҡса еләге, өс аш ҡалағы шәкәр, 10 грамм ванилле шәкәр, бер йомортҡа һарыһы, он, кукуруз крахмалы кәрәк.
Тәүҙә шәкәрҙе ванилле шәкәр менән бергә бутайбыҙ. Шунан ҡатлы ҡамырҙы йәйәбеҙ. Киҫәктәргә бүлеп еләктәрҙе һалабыҙ. Еләктең һуты аҡмаһын өсөн ярты сәй ҡалағы крахмал өҫтәйбеҙ. Бер сәй ҡалағы шәкәр ҡатнашмаһы ҡушып ситтәрен бөкләйбеҙ. Артабан форманы майлап, тәмлекәстәрҙе теҙәбеҙ. Өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һылап, бер нисә урындан тишәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ҡайнатылмаған еләктән ҡайнатма
Бының өсөн кәрәк буласаҡ: 2 кг еләк, 1 кг шәкәр, 0,5 стакан һыу.
Ҡайнатма өсөн бешкән генә, ҙур булмаған еләктәр алына. Еләкте таҙарт-ҡас, аҡҡан һыу аҫтында йыуып, иләк аша һыуын түгергә. Еләкте һауытҡа һалырға.
Икенсе табаҡта сироп әҙерләргә: 0,5 стакан һыуға 1 кг шәкәр өҫтәргә һәм ҡайнатырға ҡуйырға. 5-7 минут сироп ҡуйырғансы ҡайнатырға. Әҙерлеген тикшереү бик ябай – ҡалаҡ осона бер аҙ сироп алырға ла өрөп ҡарарға кәрәк, сироп тиҙ генә ҡата башлаһа, әҙер тигән һүҙ. Хәҙер еләккә ҡайнар сиропты ҡойорға ла ҡапҡас менән ябып, һыуытыр-ға. Еләк һут биреп, сироп шыйығая. Һыуынғас, иләккә һалып, һутын һарҡытып алырға ла, яңынан 5-7 минут ҡайнатырға. Ҡайнар сиропты йәнә еләккә ҡойорға. Тулыһынса һыуытырға. Һәм тағы ла бер тапҡыр был процедураны ҡабатларға. Сироп ҡуйыраҡ булһын тиһәгеҙ, күберәк шәкәр өҫтәгеҙ һәм яҡшылап ҡайнатығыҙ. Өсөнсө тапҡырынан һуң стерилләнгән банкаларға һалынған еләккә сироп ҡойоп, ҡапҡасын ябырға ла юрған менән ҡапларға.
Шулай итеп, еләк үҙе бер ҙә ҡайнатылмай, бары сироп ҡына 3-4 тапҡыр ҡайнатыла.
Ҡайын еләге
Дарыу сифатында уның япраҡтарын һәм еләктәрен йыялар. Япраҡтарҙы еләк сәскә атҡан осорҙа йыйып өлгөрөргә кәрәк. Ҡайын еләге япрағы төнәтмәһендә С витамины күп. Уны ҡан тамырҙарын киңәйтеү, йөрәк ритмын яйға һалыу өсөн ҡулланалар. Ул шулай уҡ стоматит, гингивит, ангинаны дауалар-ға, ауыҙҙан килгән насар еҫте бөтөрөргә булыша. Бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлеге лә бар. Еләген иһә өлгөргәс йыялар. Яңы һығылған һуты (көнгә 4-6 аш ҡалағы) ҡандағы шәкәрҙе кәметә, диабеттан шифаһы бар. Халыҡ медицинаһында ҡайын еләген аҙ ҡанлылыҡты, гастритты, ашҡаҙан һәм эсәк йәрәхәтен дауалау, үт юлындағы, бө-йөрҙәге таштарҙы иретеү, йөрәккә илткән ҡан тамырҙары атеросклерозы, юғары ҡан баҫымы, остеохондроз булғанда ҡулланалар. Ул хәл индерә, йонсоғанды бөтөрә. Әммә ҡайын еләге ҡайһы бер кешеләрҙә аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Шуға ла бик һаҡ булырға, тәнгә тимгелдәр сығып, ҡысыныу башланһа, ҡулланыуҙы туҡтатып, кисекмәҫтән табип-ҡа күренергә кәрәк.
Ҡайын еләге япрағынан төнәтмә
20 грамм ваҡланған үләнгә 200 мл ҡайнап торған һыу ҡойоп, 5-10 минут ҡайнаталар. Ике сәғәт төнәткәс, һөҙәләр. Көнгә 3-4 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсәләр.

“Башҡортостан гәзите”нән һәм башҡа асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.