Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Июнь 2020, 13:10

КҮҘҘӘРЕҢДӘ - МИЛӘҮШӘЛӘР ТӨҪӨ

Миләүшә (фиалка, сенполия) – мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл, бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс бу­лыр­ға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә. Был сәскәләр матурлыҡтары менән шатлыҡ ҡына китерһен тиһәгеҙ, бына бер нисә кәңәш.

Миләүшә (фиалка, сенполия) – мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл, бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс бу­лыр­ға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә.
Был гөлдө үҫтереү өсөн төп ҡағиҙә – яҡтылыҡ. Ләкин ул ҡояш нурынан ҡурҡа, шуға ла көньяҡҡа ҡараған тәҙрә төптәрендә тотмайҙар.

Үҫте­реү өсөн бейеклеге – 10, диаметры 10 – 12 сантиметр булған һауыттар­ҙы һайлай­ҙар. Миләүшәне йогурт һауытында бер ҡалаҡ ер менән генә лә үҫтереүселәр бар, әммә ҙур һауытта гөл ҡеүәтлерәк буласаҡ. Шулай ҙа сама кәрәк, артыҡ ҙур һауыт гөлдөң үҙенсәлеген боҙа, ул матур, ыҡсым булғаны өсөн күптәргә оҡшай.
Миләүшәне йылы һыу менән аҫтан туҡландыралар. Гөл дымды артыҡ яратмай, уны аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡойоп торорға ла мөмкин. Һыу һибер алдынан тупраҡ тулыһынса кибеп бөтөргә тейеш, уны өҫтән ҡойһаң, миләүшәнең тамыры ҡороясаҡ.
Минераль ашламалар миләүшәгә бик кәрәк, ул сәскә атҡан ваҡытта өҫтәмә туҡландырыуға айырыуса мохтаж. Төрлө химикаттар менән сәскә магазиндары тулған, уларҙың теләгән берен һайлап алып була. Сенполияның ерен йылына бер тапҡыр алмаштыралар, тик ҙур һауытҡа күсереп ултыртырға кәрәкмәй. Ҡайһы бер кешеләр, миләүшәнең япраҡтарын ямғырға сығарыу йәки душ аҫтында тотоу зарарлы, тип һанай. Ләкин был гөл дә заманында ҡырағай тәбиғәттә, ямғырлы-елле шарттарҙа барлыҡҡа килгән. Тимәк, ямғырға ул бөтөнләй бирешмәй, тышҡа сығарырға мөмкинлек булмағанда душ аҫтында ла япраҡтарын таҙартып алырға һәләтле. Тик онотмағыҙ: япраҡтары һыуланған гөлдө тура ҡояш нурҙары йәки яҡты ут аҫтына ҡуйһаң, һарғаясаҡ.