Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Май 2020, 14:46

Республикала Еңеү көнөндә һауа 28 градусҡаса йылына

Башҡортостанда синоптиктар 9 майға һауа торошон фаразланы. Байрам көнөндә яуым-төшөм көтөлмәй, ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен.

Һауа температураһы төндә +8,+13 градус, көнсығыш райондарҙа урыны менән +3 градусҡа тиклем, көндөҙ һауа 23-28 градусҡаса йылына.
Кесаҙна, 7 майҙа, яуым-төшөмһөҙ, төндә 3-8 градус йылы, урыны менән 13 градусҡа тиклем. Көндөҙ 22-27 градус йылы.
Йома, 8 майҙа, ямғыр көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +8,+13, көнсығыш райондарҙа урыны менән +3 градусҡа тиклем, көндөҙ 23-28 градус.
Эҫе һауа торошо көньяҡ киңлектәрҙән йылы килеү менән аңлатыла. Юғары һауа температураһы һәм яуым-төшөмдөң булмауы республика урмандарында янғын хәүефһеҙлегенә насар йоғонто яһай. Янғын хәүефһеҙлеге арта, айырыуса республиканың көньяҡ яртыһында.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, 10 майҙан ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар көтөлә. Киләһе аҙнаның башында һауа температураһы түбәнәйә, ләкин юғары температура режимы һаҡлана, норманан 4-5 градусҡа юғарыраҡ.
Сығанаҡ: "Башинформ".