Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Апрель 2020, 20:00

Көньяҡ бал ҡорттары тураһында

Барлыҡ һәүәҫкәр умартасылар өсөн яңы миҙгел башлана

Һуңғы тиҫтә йылда ҡортсолар араһында умарталыҡтарына көньяҡ тоҡомло бал ҡорттарын килтереү модаға әйләнде. Бының сәбәптәре бер нисә булыуы мөмкин: кемдер әлеге эште яңы ғына башларға, кемдер умарталығындағы ҡорттар башын тиҙ генә арттырырға булған. Күптәр ҡыштан һуң һәләк булған ҡорттар һанын тулыландыра. Экологияның боҙолоуы һәм ҡорттарҙы дауалау өсөн күпләп химик дарыуҙар ҡулланыу менән бәйле, юғалтыуҙар йышыраҡ һәм ҙурыраҡ була бара.
Үткән быуаттың 80-се йылдарында, Варроа талпаны барлыҡҡа килгәндән һуң, умартасылыҡтың “алтын быуаты” тамамланды. Кешеләр бал ҡорттарын үлеп бөтөүҙән ауырлыҡ менән ҡотҡарып ҡалды һәм хәҙер талпанды даими ағыуларға мәжбүр. 30-40 йыл үтте һәм талпан әкренләп дарыуҙарға күнегә башланы. Дауалау өсөн дарыу етештереүселәрҙең күбеһе уларҙың тәьҫир итеүсе матдәләренең миҡдарын арттыра. Бал ҡорттарының иммунитеттары бөтә һәм улар ошо уҡ талпандар таратҡан ябай ғына вирустарҙан да үлә. Көньяҡ төбәк (Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Краснодар крайы, Карпаттар һ. б.) ҡортсолары был хәл-шарттан рәхәтләнеп файҙалана.
Интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге булыуы менән бәйле бал ҡорттары пакеттарын илебеҙҙең төньяҡ төбәктәренә күпләп һатыу яйға һалынған. Көньяҡта яҙ иртә килә, йылы күп, бал ҡорттары яҡшы үҫешә. Шәкәрле бал ҡорттары стимуляторҙары һәм антибиотиктар ашаталар ҙа һатыуға сығалар. Ҡайһы бер һатыусылар инә ҡорттарының донъялағы иң билдәле ҡортсоларҙың тоҡомло умарталыҡтарынан булыуы тураһында яҙа. Бәлки шулайҙыр ҙа, ләкин нисәнсе быуындағы? Йыш ҡына улар гибридтар һәм ҡушылдыҡтар, был әле – ярты бәлә. Иң мөһиме – был ҡорттар беҙҙең климатҡа яраҡлашмаған, уларҙың йәшәү тактикаһы апрелдән сентябргә тиклем оҙайлы ваҡыт дауамында аҙыҡ ташыуҙы һәм осмай торған ҡыҫҡа ҡыш осорон күҙ уңында тота. Ә беҙҙә ҡышҡы осмай торған осор сентябрҙән апрелгә тиклем тиерлек дауам итә, ҡабат әйләнеп ҡайтыусы һал-ҡындар, ҡырауҙар, һалҡын һәм ямғырлы йәй. Әйтәйек, июлдә төп бал йыйыу өсөн бер аҙна шәп көндәр торҙо ти: көньяҡ ҡорттары балдарын ныҡлап үҙҙәренең йәш быуынын тәрбиәләүгә тотона башлай. Бал йыйыу тамамлана – умарта тулы ҡорт, ә тауар балы юҡ, һәм уңайлы көндәрҙең дә башҡаса булмауы мөмкин. Бына шул саҡта ундай ҡорттар ашарҙарына эҙләй башлай: бал урларға тотоналар. Йәй буйына ул “йәшерен генә” барырға мөмкин. Күп кенә умартасыларҙың ҡорттарының күрше умарталыҡтарҙан “хәйерселәп” йөрөүе йә булмаһа сит ҡорттар-ҙың үҙенекеләрҙе талау өсөн осоуын башына ла килтермәй. Август-сентябрҙә урлашыу күҙгә бәрелеп тора, был саҡта көсһөҙ ғаиләне бер нисә сәғәттә “таҙартып” сығыуҙары ихтимал.
Көньяҡ ҡорттары беҙҙең төбәктең урындағы бал ҡортоноң генофондын шаҡтай боҙҙо. Умартасыларға көсһөҙ ғаиләләрҙе йәлләмәйенсә юҡҡа сығарырға һәм юғары продуктлыларын үрсетергә кәрәк. Ҡайһы бер тәжрибәле умартасылар тиҫтәләрсә йылдар буйына ҡорттарының ҡышҡа бирешмәүсән һәм бал биреүсәнлеге буйынса һайлап алып ҡалдырыуҙарын дауам итә. Бында уларға тәбиғәт үҙе ярҙам итә. Эйе, ундай ҡорттар ҡайһы саҡта сағышыусан булып китә, әммә йышыраҡ улар үҙҙәре менән һанламай тотон-ған тәжрибәһеҙ умартасыларға ҡарата уҫаллыҡтарын күрһәтә. Йышыраҡ гибрид тоҡомдар агрессив була. Кемделер кәмһетке килмәй, ләкин умартасы булыу һәр кешегә лә бирелмәгән, был шөғөлдөң абруйын төшөрөүселәр ҙә бар. Саф тоҡомло ҡара урман ҡорто, профессионалдар фекеренсә, агрессияға әүәҫ түгел, әммә үҙенә ҡарата булған хаталарҙы ғәфү итмәй, кешеләрҙе һаҡ булыр-ға өйрәтә.
Башҡортостанда ундай ҡорттарҙы инде табыуы ауыр, улар әҙ-әҙләп Бөрйән, Иглин һәм Тәтешле райондарында ҡалған. Саф тоҡомлолоҡҡа Пермь крайында ла етди ҡарайҙар, унда әле 60-70-се йылдарҙағы совет заманынан күпләп көньяҡ тоҡомло бал ҡорттары индерелмәгән. Мин үҙем умарталығыма йыл һайын баш-ҡорт һәм Кама буйы популяцияларының урта рус бал ҡорттары менән бер-ике пакетын килтерәм. Әлбиттә ундай ҡорттар арзан булмай һәм уларҙы һатыу сроктары май һуңына күсерелгән.
Барығыҙға ла яҡшы миҙгел!
Александр Крючков,
умартасы.
Тоҡомло умарталыҡтан урта рус тоҡомло бал ҡорто пакеттарына заказдар ҡабул итәм.
Хаҡы 4300 һум. 25 майҙан башлап килтереп
биреү. “Золотой улей” ҡортсолоҡ магазины,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы, тел. 8-960-38-66-245.
ШЭ Крючков А.С. 318028000056553 һанлы ОГРН. Реклама