Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Апрель 2020, 18:23

Бөгөн - ҡоштар көнө!

Ҡәҙерле дуҫтар, ҡош ояларын туҙҙырмайыҡ һәм уларҙы ҡурҡытмайыҡ. Ҡоштарға оялар эшләп, яҙ көндәре тыуған еребеҙгә ҡайтыусы ҡоштарҙы ҡәҙерләп ҡаршы алайыҡ. Ҡоштар беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ!

1927 йылдан алып һәр йыл беҙҙең илдә 1 апрель - ҡоштар көнө, булараҡ билдәләнә. Ҡоштар Ер шарының бөтә урындарында ла, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрен дә төйәк иткән. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндәрҙә йәшәүсе ҡоштарҙың - 10681 (20 087 төрсәһе), шулай уҡ, юҡҡа сыҡҡандарҙың 159 төрө билдәле. Рәсәй биләмәләрендә ҡоштарҙың 789 төрө бар. Ҡоштарҙы һаҡлау маҡсатында беҙҙә төрлө саралар күрелә. Был тәңгәлдә урмансылар, мәктәп уҡыусылары ҙур өлөш индерә. Ҡышлағандарына тағараҡтар эленә.