Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Март 2020, 15:36

Март айына һынамыштар

Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтә йәй елле булыр.Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға иреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡ торор.
Әгәр ҙә тауыҡтар яҙ көнө төнәктән иртә төшһә – йәй насар булыр, әгәр һуң төшһәләр – йәй яҡшы булыр.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.

Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.