Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Ғинуар 2020, 17:00

Яратҡан шөғөлөн ғүмер буйы ташламаған

Беҙҙең даими уҡыусыбыҙ Рафаил Йомаҙилов гәзитте редакциянан алып йөрөй. Шулай бер ваҡыт беҙ уның менән һөйләшеп киттек. Был шәп ихлас ағайға 81 йәш икән, һәм ул ғүмеренең күп өлөшөн балыҡ ҡармаҡлауға арнаған.

Балыҡ тотоу – көслө зат вәкилдәренең күбеһенең яратҡан шөғөлө. Тәбиғәт, йылға, һиллек һәм балыҡ ҡапҡанын көтөп ултырыу – бына нимә ылыҡтыра ирҙәрҙе. Күптәр был яратҡан шөғөл өсөн эштәрен ҡалдырып торорға ла әҙер. Әммә балыҡ тотоу еңел генә тип уйларға ярамай. Ул сыҙамлылыҡ, көс талап итә. Рафаил Йомаҙил улы үҙенең был мауығыуы тураһында һөйләне.
Ағай тыумышы менән Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылынан, ә бала сағы Дыуан-Мәсетле ауылында үткән. Балыҡ тотоу менән кескәй сағынан уҡ шөғөлләнә башлай. Әле малай ғына сағында дуҫтары менән йылғаға һыу инергә генә түгел, балыҡ тоторға ла йөрөй.
– Хәҙер магазиндарҙа балыҡ ҡармаҡлау өсөн һәр нәмәне һатып алырға мөмкин, ә беҙ үҫкәндә уларҙың бере- һе лә юҡ ине, – тип уртаҡлаша ул. – Мурҙа үрҙек, муйыл ботағынан эшләнгән ҡармаҡ һаптары ярап төшә тор-ғайны. Муйылдың ботағы бик һығылмалы, ныҡ. Уларҙы таҙартабыҙ, еп тағабыҙ ҙа сымдан ҡармаҡ яһайбыҙ – ҡармаҡсыбыҡ әҙер. Балыҡ эрерәк булған һайын күңеллерәк! Балыҡ та элек бик күп ине. Ниндәйе генә юҡ! Ҡорбан балыҡ, алабуға, ажау, ҡомайҙар... Ә хәҙер?! Тәбиғәт өсөн йөрәк яна!
Шофер һөнәрен алып, Рафаил Йомаҙил улы бер нисә урында эшләй. Күп эшләргә тура килә. Әммә саҡ ҡына буш ваҡыты булыу менән шунда уҡ йылға буйына ашыға.
Уның мауығыуын яҡындары ла үҙ итә. Ә улының өлкәне, Фаилы, атаһы кеүек балыҡ ҡармаҡларға ярата.
– Олоғайғас, ҡан баҫымы күтәрелә башланы, – ти балыҡсы. – Ул күтәрелә башлаһа, мин балыҡҡа китәм, ярай әле йылға эргәлә генә. Ҡармаҡ менән йылға буйында ултырам, саф һауа һулайым һәм хәлем дә яҡшырып китә. Йылға буйында үткәрелгән ваҡыт минең өсөн ысын бәхет, күңел өсөн ял! Оҙон ғүмерҙең дә сере шундалыр.