Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Декабрь 2019, 16:00

Бай ер аҫты ҡаҙылмаларыбыҙ

Мәсетле тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында күптән түгел “Ғәжәйеп таштар донъяһы” Баш-ҡортостан Республикаһы файҙалы ҡа-ҙылмалары күргәҙмәһе эшләй башланы.

Башҡортостан Республикаһының Урал алды ҡалҡыу-лығы һәм тигеҙлеге, таулы Урал һәм Урал аръяғы тигеҙлеге сиктәрендә урынлашыуы республика территорияһының геологик төҙөлөшө ҡатмарлылығын, уның тау тоҡомдары төрлөлөгөн һәм файҙалы ҡаҙылмаларға бай булыуын алдан билдәләгән.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан территорияһында минераль сеймалдың алтмыш төрө буйынса иң күп төрлө файҙалы ҡаҙылма- ларҙың өс меңдән ашыу ятҡылығы һәм күренештәре асыҡ.

Хәҙер Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына килеүсе һәр кем Башҡортос-тандың ер ҡуйынында табылған файҙалы ҡаҙылмаларҙың ҡайһы бер төрҙәре менән таныша аласаҡ. Таштарҙың әлеге коллекцияһын 1964 йылда БТГУ-ның өлкән техник-геологы К. Д. Балтвил йыйған. Беренсе зал витриналарының береһендә ҡара һәм төҫлө металдар өлгөләре, төҙөлөш материалдары, агрорудалар һәм яныусан файҙалы ҡаҙылмалар ҡуйылған. Бында шулай уҡ Башҡортостанда асылған металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары тураһында төшөнсә алырға мөмкин.

Ҙур булмаған был коллекция әле Баш-ҡортостан таштарының бөтә күп төрлөлөгөн сағылдырмай, ләкин, бик аҙ ғына экземпляр-ҙары менән танышып та күргәҙмәгә килеүселәр республиканың минераль-сеймал потенциалының ҙурлығын үҙ күҙҙәре менән күрәсәк.