Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Октябрь 2019, 15:00

Һунар – нескә эш

Республикала 2019 йылда, 2018 йыл менән сағыштырғанда, һунарға рөхсәт алыу өсөн бирелгән ғаризалар һаны мышыға 950-гә, ҡыр кәзәһенә 964-кә артҡан.

Мышыға квоталар-ҙың иң күбе Белорет районына тура килә. Ҡыр кәзәһенә лимит буйынса Мәсетле районының дөйөм ҡулланылыштағы һунарсылыҡ биләмәләре лидер булып тора. Беҙҙең район территорияһында 58 кәзә, шул иҫәптән бер йәшкә тиклемге 28 һәм 30 оло Себер ҡоралайын аулау рөхсәт ителгән.

Барлығы быйыл районда һунарға рөхсәт алыу өсөн 8732 ғариза теркәлгән, шуларҙың 4729-ы – мышыға, 4003-ө – ҡоралайға. 70 кеше мышы һәм 156 – ҡыр кәзәһен атып алыуға рөхсәттәр уйнатыуҙа отто.

Һунар итеү миҙгеле башланыу менән хайуандар донъяһын һаҡлау һәм һунарсыларҙың йыртҡыстар, ҡоштарҙы һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү мәсьәләләре көнүҙәккә әйләнә. Һорау- ҙарға БР Экология министрлығының Мәсәғүт хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу хеҙмәте төп белгес-эксперты Ришат Кәримов яуап бирә.

– Ришат Шакир улы, һунар итеү өсөн мотлаҡ һунарсылар йәмғиәтендә торорға кәрәкме һәм нисек уның ағзаһы булырға?

– Иң беренсе теләгән бер һунарсының РФ һунарсы билеты, шунан һуң инде һунар ҡоралын йөрөтөү һәм һаҡлауға, хайуандар донъяһы объектын аулауға рөхсәте булырға тейеш. Уларҙы алыу өсөн документтар һәм ғариза менән Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы вәкиленә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә беҙҙең районда ул – Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса (54-се кабинет) Мәсәғүт хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу хеҙмәте.

– Һунарсы ниндәй төп ҡағиҙә-ләрҙе үтәргә тейеш?

– Һәр һунарсы һунар ҡағиҙәләрен белергә һәм һунар мөҙҙәтен үтәргә тейеш. Миҫал өсөн, ҡиммәт тиреле йәнлектәргә (ҡуян, төлкө, бүре, һыуһар) һунар – 28 февралгә, һыу ҡоштарына – 15 ноябргә, урман кейектәренә – 31 декабргә, мышы һәм ҡоралайға 31 декабргә тиклем дауам итә. Унан тыш, һунарсыларҙың әйтелмәгән этикаһы бар: тәбиғәттән алаһың икән, бирергә лә кәрәк. Ул – урман ултыртыу һәм таҙартыуҙа ҡатнашыу, хайуандарға тағараҡтар һәм тоҙло һауыттар ҡуйыу.

– Беҙҙең районда хайуандар һаны менән эштәр нисек тора?

– Районыбыҙҙың йәнлектәр донъя-һы бай һәм төрлө-төрлө. Януарҙар һәм кейектәр һаны һуңғы йылдарҙа үҙгәрмәне һәм оптималь килеш ҡала.


Белешмә өсөн

Быйыл хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса 113 рейд уҙғарыл-ған. Мәсетле районында рейд үткәргән ваҡытта һунар биләмәләрендә 159 һунарсы тикшерелгән, һунар ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 26 административ протокол төҙөлгән, Балаҡатай районында Себер ҡоралайҙарын законһыҙ аулауҙың – ике, мышы атыуҙың – бер, Мәсетле районында берәр Себер ҡоралайы һәм ҡондоҙ аулау осраҡтары асыҡланды.