Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Октябрь 2019, 17:00

Ағас ҡырҡыу тураһында белдең – хәбәр ебәрҙең

Республика урмандары картаһы менән яңы ҡушымта барлыҡҡа килде


Интерактив карта ярҙамында урман участкаһының торошо хаҡында белергә, законһыҙ ағас ҡырҡыу, янғындар, сүплектәр тураһында хәбәр итергә мөмкин буласаҡ. Ниндәй ҙә булһа закон боҙоуҙар асыҡлан-ғанда, фото менән һәм тәғәйен урынын күрһәтеп, БР Урман хужалығына хәбәр ебәрергә мөмкин. Хеҙмәт ундай хәбәрҙәргә иғтибар итергә һәм тикшереүҙәр уҙғарырға тейеш буласаҡ.

Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” сис- темаһы мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Геннадий Разумикин ҡушымтаның Баш-ҡортостан урман фондын һаҡлап ҡалыуға һәм арттырыуға булышлыҡ итергә тейешлеген билдәләне. Эш барышында 5,7 миллион гектарҙан ашыу урман, 31 урман хужалығы һәм 80 меңдән ашыу урман массивының цифрлы форматы эшләнгән.

Ҡушымта үҙ ҡоролмаңа күсереп алыу өсөн әҙер. Республика Башлығы Радий Хәбиров чиновниктар-ҙың уны үҙ телефондарына ҡуйып, тест үткәреүҙәрен үтенде. “Урман картаһын” тотоноп ҡарарға бер ай бирҙе. Ошонан һуң ҡушымтаны республика халҡы араһында эффектлы һәм популяр итергә кәрәк буласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: элегерәк теге йәки был юл участкаһында соҡорҙар-ҙы ремонтлау кәрәклеге тураһында хәбәр итә алған граждандарға уңайлы булһын өсөн “Юл эксперты” ҡушымтаһы эшләнгән ине.