Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Август 2019, 16:00

Ҡурай еләге

16 августа ҡурай еләгенән ҡайнатма көнө билдәләнә.

Ҡурай еләген тәме өсөн дә, шифаһы өсөн дә һәр заманда юғары баһалағандар. Ул һалҡын тейеп сирләгәндә һәм иммунитетты күтәреү өсөн дә файҙаланылған. Уны хәҙер ҙә яратып ашайҙар һәм кулинарияла киң ҡулланалар. Ҡурай еләген кип-терәләр, туңдыралар, компоттар әҙерләйҙәр, ҡайнатмалар яһайҙар.

Ҡурай еләге ҡайнатмаһында файҙа күп: ул тән температураһын төшөрөүгә булышлыҡ итә, йәш килеш һаҡлай, составында баҡыр һәм тимер бар. Ә баҡыр антидепрессант булып тора, тимер ҡан яһалыуының яҡшырыуына килтерә.


Ҡурай еләгенән ҡайнатмалар

1 кг еләк, 1,2 кг шәкәр, саҡ ҡына лимон кислотаһы.

Еләктәрҙе ентекләп һалҡын һыуҙа йыуып, һыуы һарҡып бөткәнгә тиклем тишекле һауытта (иләктә) тоторға. Бынан һуң шәкәр һалырға ла, бер нисә сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйып торорға кәрәк.

Һуңынан был массаны һүрән генә утта ҡайнау хәленә еткерергә, ҡайнап торғанда ҡайнатманы һаҡ ҡына, даими бутап торорға. Шәкәр еләктең һутына әкренләп һеңеп, ирергә тейеш. Ә инде ул иреп бөткәндән һуң ҡайнатманы 25 минутҡа уттан кире алып торорға кәрәк, был операция ике тапҡыр ҡабатлана. Бынан һуң ҡайнатманы әҙер булғансы ҡайнатырға була.

Лимон кислотаһы ҡайнатма шәкәрләнмәһен өсөн ул әҙер булып килгәндә генә ҡушыла.

* * *

1 кг еләк, 1 стакан һыу, 2 г лимон кислотаһы, 1,4 кг сорбит.

Ҡурай еләгенең һәйбәттәрен генә һайлап алып йыуырға һәм һыуын һарҡытырға. Уның һабаҡтарын тулыһынса алып бөтөрөргә кәрәк, уртаға бүлергә мөмкин.

Тәүҙә ҡайнатма әҙерләнәсәк һауытҡа сорбиттың яртыһы һалына һәм уға ҡайнар һыу менән лимон кислотаһы өҫтәлә. һәйбәтләп бутап, сорбитты иретергә кәрәк.

Хәҙер еләктәр сироп өҫтөнә һалына һәм биш сәғәт самаһы ситкә ҡуйып торола. Бынан һуң уны 20 минут самаһы ҡайна- тырға һәм тағы ла 1-2 сәғәткә уттан алып торорға кәрәк. Ҡалған сорбитты ҡушҡандан һуң ҡайтанан ҡайнатыла.

Ҡайнатма стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана. Сорбиттан әҙерләнгән ҡайнатма ябайынан шыйығыраҡ килеп сыға, шулай ҙа бик тәмле була.


Ҡурай еләгенән кеҫәл

4 стакан һыу, 400 г ҡурай еләге, ярты стакан шәкәр, 3 аш ҡалағы картуф крахмалы.

Ҡурай еләгенең һутын һығып алырға ла фарфор һауыт-ҡа һалып һыуытырға. Һуты алын-ған еләктең ҡалдығына 3 ста- кан һыу ҡушырға. Ошо массаға шәкәр ҡушып, ҡайнатып сығарырға ла бер стакан һалҡынса һыу менән буталған крахмал ҡушып ҡуйыртырға.

Кеҫәлде уттан ҡайнап сыҡҡас уҡ алалар ҙа уға еләк һутын өҫтәп бутайҙар. Өҫтәлгә һалҡын һөт йәки ваниль соусы менән бирелә. Шулай уҡ кеҫәлгә 1 г тирәһе лимон кислотаһы өҫтәргә мөмкин.