Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Июль 2019, 14:06

Күңелен гөлдәр биләгән

Һәр өйҙөң йәме – сағыу сәскәләр, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Үҙ ҡулдарың менән матур баҡса булдырыу өсөн ереңдең булыуы ғына етмәй, ә теләк, сабырлыҡ һәм матурлыҡты күрә белеү кәрәк.

Оло Ыҡтамаҡтың сәскә үҫтереүсе һәүәҫкәрҙәре араһында Наталья Чис-тякованы айырып үтергә мөмкин булыр ине.

Чистяковтарҙың татыу ғаиләһе йәшәгән өй тирәһендә һоҡланырлыҡ нәмәләр күп. Күпләп сәскә үҫтереү менән Наталья Александровна биш йыл элегерәк шөғөлләнә башлай. Ул раузалар, лилиәләр, ала миләүшәләр, яран гөлдәр үрсетеү менән шөғөлләнә, әммә араларында иң яратҡаны – петуниялар. Уларҙың 10-дан ашыу төрөн ултыртҡан хужабикә. Төрлө төҫтәге келәм булып ята петуниялар.

Кеше ҡулдары менән булдырылған был матурлыҡ күп көс һәм сабырлыҡ талап итә.

– Мин февралдә орлоҡто сәсәм, – ти Наталья Александровна. – Ә орлоҡтарҙы тағы ла иртәрәк – көҙҙән үк алып ҡуям.

Орлоҡтарҙы ул махсуслаштырыл-ған магазиндарҙан һатып ала. Петуниялар әллә ни тәрбиә талап итмәй, әммә уны шыттырып ебәреп, күсереү ҡыйыныраҡ. Шул ваҡытта интернетта яуаптар эҙләй, баҡсаһында иҫ китмәле петуниялар үрсеткән бер туған апаһы Юлиә Йоносова менән кәңәшләшеп ала.

Сәскәләрҙе хәҙер күп ҡатын-ҡыҙҙар яратып үҫтерә. Әммә Наталья Александровнала улар сағыуыраҡ та, күркәмерәк тә күренә. Яратҡан гөлдәреңде үҫтереү өсөн бар күңел йылыңды биреп эшләргә кәрәк.

Баҡсала эш һәр ваҡыт етерлек: сүп үләндәрен утарға, ҡоротҡостар менән көрәшергә, һыу һибергә кәрәк.

– Сәскәләр менән шөғөлләнгәндә ялҡыу мөмкин түгел. Сәскәләр минең өсөн көн буйы йыйылған арыуҙан һәм күңел тынғыһыҙлығынан дауалаусы шатлыҡ, яҡшы кәйеф сығанағы, – ти Наталья Александровна.

Чистяковтарҙың баҡсаһында сәскәләрҙән тыш йәшелсәләр, емеш-еләк ҡыуаҡтары үҫә.

Бындай мауығыуҙың ҡайҙан килеүе тураһында һорауға ул йәшеллекә һөйөү өләсәһе Дарья Никитична Беландан килеүе тураһында һөйләне. Ҡасандыр ул бик күп емеш-еләк үҫтергән, яҡшы уңыш алған, баҡса үҫтереү серҙәрен ейәнсәрҙәренә лә һөйләп ҡалдырған.

Был һөйкөмлө ҡытындың сәскәләре өйөндә лә, эшендә лә гөрләп ултыра. Ә ул яуаплы вазифа биләй – балалар баҡсаһы мөдире. Көндәлек тормошонда төрлө һөнәрҙәр – уҡытыу-сы, методист, кәңәшсе, психолог, менеджер, экономист, хужабикә, сәскә үҫтереүсе үҙ-ара бәйләнеп килә.

Ире Александр менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, ә бер ай элек өләсәй менән олатай булдылар.

Наталья Александровнаның гөл баҡсаһы киләсәктә тағы ла байыһын һәм тирә яҡҡа йәм биреп ултырһын.