Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Июль 2019, 17:05

Үләндәр йыйыусы ла, ҡул эше оҫтаһы ла, сәскә үҫтереүсе лә…

Күптәр йәй көнө яңы өҙөлгән ҡарағат, ҡурай еләге, сейә, ер еләге, бөтнөк япраҡтарынан сәй эсергә ярата.


Йонос ауылынан Гөлнур Шәмсетдинова үҙенең витаминлы сәй әҙерләү рецебы менән уртаҡлашты:

– Уны әҙерләү өсөн июль уртаһында йәки һуңында тау сейәһенең япраҡтарын йәки ботаҡтарын (ни тиклем күберәк булһа, шунса яҡшыраҡ), ҡарағат һәм ҡурай еләге япраҡтарын, ҡырағай бөтнөк йыям. Әҙ-әҙ генә һары мәтрүш һәм мәтрүшкә өҫтәйем. Йыйылған бөтә ошо үләндәрҙе йыуып, ҙур кәстрүлгә һалам һәм төбөнә һыу ағыҙып утҡа ҡуям. Һыу парға әйләнеп бөткәс, үлән йыйылмаһын күләгә урынға йәйеп һалам. 2-3 көн дауамында киптерәм. Бөтә япраҡтар ҙа тигеҙ кипһен өсөн, уларҙы ваҡыты-ваҡыты менән әйләндереп торорға кәрәк. Ҡыштырлап торғансы киптерелгән япраҡтарҙы ҡул менән ваҡлайым, ә ботаҡтарҙы ҡайсы менән тураҡлайым.

Ундай тәбиғи сәйҙе үлән йыйыусы “тонсоҡмаһын өсөн” сепрәк тоҡсайҙарҙа һәм шифалы үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡараңғы келәттә йәки шкафта һаҡларға кәңәш итә.

Элек Гөлнур Шәмсетдинова рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы булған, 35 йыл эш стажына эйә. Бөгөн, хаҡлы ялда булараҡ, үҙенең бөтә буш ваҡытын яратҡан шөғөлдәренә арнарға тырыша. Уларҙың береһе – сатрашлап сигеү.

– Нигеҙҙә мин “Йыл миҙгелдәре” һәм “Ҡатын-ҡыҙҙар” темаһына сигенәм. Эштәремә тулыһынса мөкиббән китеп бирелгән саҡтарым да була, һәм мин ваҡыт тураһында онотам, – тип уртаҡлаша Гөлнур апай. – Хоббиҙарымдың был төрөнә булған ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан килә – мин сатрашлап һәм шыма нағыш менән сиккән әсәйемде күҙәтергә ярата инем. Бынан тыш хужабикә сәскәләр ярата. Уның өй алды баҡсаһында ниндәй генә сәскәләр юҡ! Барыһына ла таныш бул-ған раузалар, лилиәләр, петуниялар, сальвиялар һәм баш-ҡаларҙан тыш, бында эустома һәм лиатристарҙы күрергә була.

Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ул барыһын да һөйөү һәм наҙ менән башҡара.