Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Май 2019, 16:02

Ғәҙәти булмаған сыйырсыҡ ояһы

“Юлдаш” радиоһы “Иртәнсәккәй тороп” тапшырыуының “Йә әле” рубрикаһында конкурс иғлан иткәйне.

Уның шарттары буйынса сыйырсыҡ ояһы эшләп, фотоға төшөрөргә һәм уны “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге радио төркөмөнә һалырға кәрәк ине.

Конкурста барыһы 24 эш ҡатнашты. Сыйырсыҡ оялары үҙҙәренең төрлөлөгө менән ғәжәпләндерҙе. Улар түңгәк, кирбес өй формаһында эшләнгән, төрлө рәсемдәр менән биҙәлгән.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡытыусыһы Лилиә Мөхөбуллина Оло Аҡа мәктәбенең хеҙмәт уҡытыусыһы Филарис Хөснөтдиновтың да эшен ебәргән.

– Сыйырсыҡ ояһы алтынсы һәм етенсе класс уҡыусылары менән берлектә эшләнде, – тип һөйләй оҫта. – Ваҡ деталдәре бигерәк тә күп көс талап итте. Беҙ уны гараж ҡыйығына элеп ҡуйҙыҡ. Унда бер пар оялаған да инде.

Был эш конкурста барыһынан да күберәк ыңғай баһа йыйған, һөҙөмтәлә иң яҡшыһы тип табылған. 12 йыл стажға эйә хеҙмәт уҡытыу-сыһы Филарис Ҡасим улы радионың махсус бүләгенә эйә булған.

Сыйырсыҡ ояһы ысынлап та үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Ул ысын ауыл йортона оҡшаған: стеналары бүрәнәнән, тәҙрә яңаҡтары семәрле, ҡыйығы биҙәкле. Талантлы кешенең эше икәне күренә. Афарин!

Сыйырсыҡ – бик матур ҡош: ҡара ҡаурыйҙары ҡояш нурында йәшкелт, күкһел төҫтәрҙә уйнай. Алһыу төҫлө сыйырсыҡтар ҙа була. Тик бик һирәк кенә осрайҙар. Сыйырсыҡ – яҙ хәбәрсеһе. Ул тәүгеләрҙән булып йылы яҡтан ҡайтып төшә. Ата сыйырсыҡ инә сыйырсыҡтан алданыраҡ ҡайта. Оя ҡороу өсөн оҡшаған урын һайлай йәки кеше яһаған ояға урынлаша ла һайрай башлай.

Сыйырсыҡтар бөтә кешегә лә билдәле, улар ғәҙәттә туп булып йөрөй. Яҙғыһын һәм йәйгеһен башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара була, көҙгә табан ваҡ ҡына аҡ таптар барлыҡҡа килә, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Тауышы көслө. Яҙғыһын башҡа төрлө ҡоштарҙың тауыштарына оҡшатып, матур итеп һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Һирәк ағаслы урмандар, балсыҡлы текә ҡабаҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Кеше яһаған ояларҙа һәм ағас ҡыуыштарында оялай. 5-8 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.