“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында барған “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы был айлыҡтың төп һәм сағыу ваҡиғаһына әйләнде. Шәмбе беҙҙең район эшсәндәре лә ағас ултыртырға сыҡты. Ул мәсетлеләр өсөн ысын байрамға әйләнде. Акцияны асып, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин был экологик сараның мөһимлеген билдәләне һәм тыуған төйәкте йәшелләндереүгә, райондың экологик торошон яҡшыртыуға өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хәүефһеҙлек тураһында оноторға ярамағанлығы хаҡында ла иҫкәртте. Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов мәсетлеләрҙе ихлас сәләмләне. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов ағас ултыртырға килеүселәргә мөрәжәғәт итте.
Акцияның тәүге өлөшө Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында үтте – ғаилә аллеяһына нигеҙ һалынды. Аллея булдырыуға районыбыҙҙа рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы һаҡлаусы һәм үҫтереүсе, ололарға хөрмәт күрһәткән, бер-берҙәрен ихтирам иткән, балаларында тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән ғаиләләр саҡырылды. Ғаилә аллеяһына 15 күк шыршы ултыртылды. Һәр ғаилә үҙе ултыртҡан шыршы тураһында хәстәрлек күрәсәк. Күк шыршы осраҡлы ғына һайланмаған: ул – ғаилә именлеге, етеш тормош, оҙон ғүмер билдәһе. Был аллея район хал- ҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау символы, ғаилә менән күмәкләшеп ял итеү өсөн күркәм урын буласаҡ.
Ағас ултыртыу өсөн иң ҙур майҙан Түбәнге Бобин ауылының 50-се кварталында йәйелдерелде. Унда барлығы 21 мең үҫенте ултыртылды. Ҡарағай үҫентеләрен ултыртыуҙа 168 кеше ҡатнашты. Улар өсөн төшкө аш ойошторолдо. Ағас ултыртыусыларҙың барыһы ла күтәренке кәйефтә таралышты, сөнки улар үҙ хеҙмәттәре менән тыуған еребеҙҙе йәшелләндереүгә, уның экологияһын яҡшыртыуға өлөш индергәнлеген яҡшы аңлай ине.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы райондың барлыҡ ауыл биләмәлерендә үтте, уларҙа 2152 райондашыбыҙ ҡатнашты.