Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
11 Февраль 2019, 14:08

Йәнлектәр донъяһын һаҡлау

Беҙ йәшәгән төйәк үҙенең ҡабатланмаҫ матурлығы менән таң ҡалдыра.

Беҙҙең эргәләге йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһы бик бай, әммә тирә-яҡ мөхит кешенең һаҡсыл мөнәсәбәтенә мохтаж. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа аяуһыҙ кешеләр ҙә бар – һис бер йәлләүһеҙ йәнлектәр һәм ҡоштар донъяһын юҡҡа сығаралар. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килә.

2018 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы егерҙары, һунарсылыҡ хужалыҡтары эйәләре тарафынан Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында 130 рейд ойошторолдо, уның барышында 246 һунарсының документтары тикшерелгән. Һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарына бәйле административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 51 протокол төҙөлгән.

Мәсетле районында бер ҡоралайҙы һәм ҡуянды законһыҙ атыу осраҡтары теркәлгән (243 мең һумлыҡ суммаға дәғүә белдерелгән), Ҡыйғы районында – биш мышыны һәм ике ҡоралайҙы, Балаҡатайҙа бер мышыны законһыҙ атып алғандар. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына барлығы 1 млн 103 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Шулай уҡ 1 берәмек һырлы көбәкле ҡорал тартып алынған. Үрҙә әйтелгән бөтә осраҡтар буйынса эштәр полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Йыл башынан рейдтар барышында 32 һунарсының документтары тикшерелгән, 4 протокол төҙөлгән. Шулай уҡ Мәсетле районы биләмәләрендә Силәбе өлкәһе кешеләренең төнгө ваҡытта механик транспорт сараһы һәм фар-эҙләгес ярҙамында законһыҙ һунар итеүҙәре асыҡланған.

“Барыҫ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Бабушкин А. П.” шәхси эшҡыуарлығының һунарсылыҡ хужалыҡтарында бүре һәм төлкө аулау буйынса һунарсылар бригадалары булдырылған. 2018-2019 йылғы һунар осоронда улар 31 төлкө, 4 бүре, 1 инә бүрене тотҡан. Ошоға бәйле йәнлектәр донъяһын һаҡларға ярҙам иткән “Барыҫ” йәмғиәтенең һунарсылыҡ хужалығы эйәләре Илфат Ғәлимовтың, Ринат Ғиләжевтың, һунарсылыҡ хужалығы директоры Андрей Бабушкиндың, һунарсылар Миңлехан Бәҙретдиновтың, Вячеслав Крючковтың, Франис Хафизовтың, Валерик Ғәҙелшиндың, Илфат Әхмәҙуллиндың эштәрен яҡшы яҡтан баһалар инем.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2018 йылдың 21 декабрендәге Башҡортостан территорияһында ҡышҡы маршрут иҫәбе ысулы менән ҡырағай йәнлектәрҙең йәшәү мөхитен һәм һунар ресурстарын дәүләт мониторингын ғәмәлгә ашырыу тураһында 808-се бойороғона ярашлы, 2019 йылда ҡырағай йәнлектәр иҫәбен алып барыу уҙғарыла.

Ришат КӘРИМОВ,

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология

министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса

Мәсәғүт хеҙмәтенең төп белгес-эксперты.