Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Декабрь 2018, 19:17

ҠЫШҠЫ ТӘБИҒӘТКӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ ҺЫНАМЫШТАР

Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.

Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.

Беренсе ғинуарҙа көн йылы булһа, арыш уңыр; ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.

25 ғинуар ҡояшлы икəн – күсмə ҡоштарҙың көньяҡтан иртəрəк ҡайтыуҙарын көт.

Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр.

Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.

Ағаста бәҫ күп булһа, бал куп була.

Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа – һыуыҡҡа, томан төшһә – йылыға.

Ҡыш көнө болот юлланып торһа, йылы булыр.

Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр.

Ҡыш көнөндә ҡояш әйләнәһендә түңгәләк күренһә, буран булыр.

Әгәр инде был түңгәләк ҡояшҡа бик яҡын булһа, аяҙ булыр.

Ҡыш көнөндә урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр.

Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр.

Ҡыш урман шаулаһа, йылы көндәр көт.

Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көндәр яйҙы әйтер.

Мейес көслө тартһа – һыуыҡ була, насар тартһа – епшек була.

Мейестә утын шартлап янһа, көндәр йылытырға булыр.

"Телефон номеры" конкурсы өсөн һан – туғыҙ.