Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Ноябрь 2018, 12:01

Барыһы ла – макулатура йыйыуға!

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто макулатура йыйыу буйынса хәйриә акцияһы уҙғара. Ул 14 декабргә тиклем дауам итәсәк. Уны тапшырыуҙан килгән средстволар инвалид балаларға Яңы йыл бүләктәре һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Акцияға ярашлы теләгән бер кеше гофра-ҡатырға (ҡумта), гәзит-журналдар, шул иҫәптән йылтыр тышлыларын да Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йортона (6-сы кабинет) килтерә ала. Ҡағыҙ ҡаптарға май таптары йәки аҙыҡ ҡалдыҡтары буялған булырға тейеш түгел.