Бары тик айҙың икенсе яртыһында – 29-30-ҙарында ғына көсһөҙ генә магнит дауылдары буласаҡ (булыу ихтималлығы 10%), әммә кешеләрҙең күпселеге уны һиҙмәйәсәк. Бары тик айырыуса һиҙгер кешеләр генә бер аҙ ауырыҡһынып торасаҡ. Белгестәр мәғлүмәттәре буйынса, геомагнит хәл-торош йәһәтенән октябрь тотош 2018 йыл дауамында иң тыныс осор буласаҡ.
Октябрҙә магнит дауылдары буйынса фараз көслө тирбәлеш вәғәҙә итмәһә лә, медиктарҙың ҡайһы бер кәңәштәрен тоторға кәрәк:
– ҡояш әүҙемлеге ваҡытында депрессияларға әүәҫ булған яҡын кешеләрегеҙгә айырыуса иғтибар күрһәтергә кәрәк;
– артериаль ҡан баҫымы юғары булған һәм ҡан баҫымы һикереүҙән яфаланған кешеләргә был уңайһыҙ көндәрҙә тонометр күрһәткестәрен икеләтә күҙәтергә кәңәш ителә;
– ҡан ҡуйырыуын булдырмаҫ өсөн күп һыу эсергә, үҙеңде насар тойғанда медиктар 2 төймә аспирин эсергә кәңәш итә, ул ҡанды шыйыҡлата;
– даими рәүештә стрестарға дусар ителеүсе кешеләргә үләндән яһалған тынысландырыусы препараттар (арыҫлан ҡойроғо – пустырник, мелисса йәки бесәй үләне – валериана төнәтмәһе) эсергә кәңәш ителә.
Ҡояш әүҙемлеге осоронда организмға көс төшөрмәү өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк.
(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).