Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Сентябрь 2018, 12:04

Матурлыҡҡа ғашиҡ

Һөләймән ауылынан Рида Зәйнетдинованың өй алды баҡсаһы иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем сәскәгә күмелеп ултыра.

Ул сәскәләр, емеш-еләк культураларын үҫтереү менән ихлас шөғөлләнә. Бында сағыу төҫлө георгиндар, раузалар, бәрхәттәр араһында ғәҙәти булмаған канналар һәм урманда үҫкән ябай абағалар ҙа бар.

– Баҡсабыҙға тәүгеләрҙән булып балан ултырттыҡ. Беҙ уны тормош иптәшем менән урмандан ҡаҙып алып ҡайттыҡ, – тип һөйөү менән хәтерләй Рида Ҡәнзәфәр ҡыҙы. – Ул ваҡыттан һуң байтаҡ һыуҙар аҡты. Бөгөн баҡсала емеш-еләк ағастары һәм ҡыуаҡтарының 8-9 төрө бар. Улар йыл һайын бай уңыш бирә. Артығын һатып та ебәрәм. Быйыл ҡара миләш һәм ҡарағаттан ғына туғыҙ мең самаһы аҡса эшләнем.

Баҡсала ҙур беседка айырым урын алып тора. Бында Рида апай туғандары һәм яҡындары менән йыйылышып ултырырға, уларҙы яңы бешкән ҡоймаҡ менән һыйларға ярата. Алты йыл элек баҡсала күпере менән яһалмалы быуа барлыҡҡа килә. Унда ысын балыҡтар йөҙөп йөрөй һәм томбойоҡтар үҫә.

– Ейәнем Ридан быуаға яҙын ваҡ сабаҡтар, ҡомайҙар тотоп килтереп һала ла, көҙөн кире Әйгә ебәрә. Тағы ла тәлмәр- йендәр килтереп һалам. Улар фильтр функцияһын үтәй икән. Быны мин күршем – биолог Розалия Разаҡ ҡыҙынан белдем, – тип уртаҡлаша героинябыҙ.

Рида Ҡәнзәфәр ҡыҙының тағы ла бер шөғөлө бар – ул шиғырҙар яҙа. Тәүге шиғыры етенсе класта уҡығанда, вафат булған атаһын юҡһынғанда, тыуа.

“Һөләймәнем минең тыуған ауылым,

Тәпәй баҫҡан тәүге ер генәм.

Сит ерҙәрҙә яҙмыш йөрөтһә лә,

Ауылҡайым һине һағынам” – тигән шиғыр юлдарын Рида Зәйнетдинова Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөгән саҡта яҙа.

Матурлыҡҡа ғашиҡ һәм һәр яҡтан ижади Рида Ҡәнзәфәр ҡыҙы тағы ла бер эште яратып башҡара – ул ҡул эштәре. Уның коллекцияһында нимә генә юҡ. Улар араһында почетлы урынды ҡабартмалы сигеү менән биҙәлгән өләсәһенең алъяпҡысы биләй. Бында тағы ла сигелгән “Шәмәхән батшабикәһе”, “Нәркәс” картиналары, ырғаҡ энә менән бәйләнгән төрлө төҫтәрҙәге шәлдәр, ултырғыс ябыуҙары бар. Уларҙың барыһы ла һөйөү менән башҡарылғаны күренеп тора.

–Өмөт әҙәм балаһын йәшәтә бит. Пландар ҡорам. Маҡсатым булһа, уны үтәмәй ҡалмайым, – ти тынғыһыҙ Рида апай.

Улар тормош иптәше Ғәлиулла Миндиәхмәт улы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡаты ауырығандан һуң, был донъянан иртәрәк китә) менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн ул туғыҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй.

– Улым Айгиз атаһына оҡшап көрәшсе. Быйыл ул көрәш буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына үткәрелгән ярышта еңеү яуланы һәм “Лада гранта” автомобиле менән бүләкләнде. Ҡыҙым Нурзидә клуб мөдире булып эшләй. Оло улым Рәфил ҡатыны менән дүрт бала тәрбиә- ләйҙәр. Уларҙың барыһы ла – минең терәгем, төп ярҙамсым, – ти ғорурланып Рида Ҡәнзәфәр ҡыҙы.

Айгөл ШАРАПОВА.