Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Сентябрь 2018, 15:07

Берҙәмлектә – көс

14 сентябрҙә Бөтә донъя таҙалыҡ көнө уңайынан Мәсетле районы халҡы экологик акцияға ҡушылды.

Акция барышында муниципалитеттың барлыҡ ауыл биләмәләрендә шәмбе өмәләре үтте. Уларҙа район һәм ауыл хакимиәттәре, учреждениелар, коммерция һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, әүҙем граждандар ҡатнашты.

Өмә барышында райондың балалар майҙансыҡтары, стадион йыйыштырылды. Мәктәп уҡыусылары үҙ уҡыу йорттарын таҙартты, Ыҡ йылғаһы ярҙарындағы, Йәштәр урамынан Көньяҡ урамына тиклем урман буйҙарынан, Мелиораторҙар урамының “Добрый” магазинына тиклем ике яғынан сүптәрҙе йыйҙы. Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы студенттары Революция урамындағы балалар майҙансығын һәм йырынды йыйыштырҙы, ә Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе Салауат Юлаевтың көрәштәштәренә арналған Салйоғот ауылы эргәһендәге ҡомартҡыны тәртипкә килтерҙе.

Шулай уҡ район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, үҙәк район дауаханаһы, мәктәпкәсә учреждениелар, “Ҡарағай” һәм балалар шифаханалары, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе сүптән таҙартты.

Районыбыҙ территорияһын йыйыштырыу буйынса эштәр халыҡтың иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ һәм улар киләсәктә үҙ ауылдарын таҙа һәм тәртиптә тоторға өйрәнер, тип ышанабыҙ.


Адель ҒАФФАРОВА.