Халыҡтың көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу проблемаһы бигерәк тә йәй, көҙ, яҙ киҫкен тора. Сүп-сарҙы сығарып түгер урынға халыҡ уны яндыра. Бының бер зыяны ла юҡ тип уйлайҙар.
Сүп-сарҙы яндырыу һәм уның төтөнөн һулау зарар итмәйме? Беҙ был һорау менән Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы Фирүзә Закироваға мөрәжәғәт иттек.
- Төтөн, организмға эләгеп, онкологик сирҙәр үҫешеү хәүефен арттыра. Мәҫәлән, ашҡаҙан аҫты биҙе шеше үҫеше хәүефе 60 процентҡа арта. Япраҡ һәм үләндәр янғанда, уның өҫкө өлөшө генә етерлек кислород ала, ә урта ҡатламы төтәп кенә ята. Был ваҡытта сәләмәтлек өсөн зарарлы химик матдәләр бүленә. Ағастар, үҫемлектәр, япраҡтар атмосферанан, ерҙән, һыуҙан, шулай уҡ ауыр металдарҙан, машиналарҙан бүленеп сыҡҡан зыянлы матдәләрҙе үҙенә һурған биологик фильтр булып тора.
Шуға күрә төтөндә зарарлы матдәләр бик күп. Беҙ төтөндө һулағанда, улар үпкәгә эләгә һәм аллергияның, астманың, яман шеш сирҙәренең үҫешеүенә килтерә.
Бынан тыш, кислородһыҙ төтәгән япраҡтан бензопирен бүленә, ул да яман шештең үҫешеүенә булышлыҡ итә. Төтөн менән һауаға диоксин – кеше сәләмәтлеге өсөн иң зарарлы матдәләрҙең береһе бүленеп сыға. Ирритант кеүек матдәләр бронхылағы нерв күҙәнәктәрен ҡуҙғыта, был иһә бронхоспазмға, һуңынан быуылыуға килтерә.
Әгәр беҙ картуфҡа дарыу һиптерһәк, уның һабағын яндырғанда төтөндә пестицидтар буласаҡ.
ПВХ янғанда фосген – быуыусы матдә бүленә. Тағы ла 75 хәүефле матдә барлыҡҡа килә. Пластик сүптән бүленгән ҡара төтөндә канцероген полициклик углеводтар бар. Резина янғанда, үрҙә һаналғандарҙан тыш, канцероген ҡором һәм көкөрт оксидтары барлыҡҡа килә. Улар респиратор сирҙәргә килтерә. Даими рәүештә төтөндән интеккән эпителий микробтарға ҡаршы тора алмай башлай. Бигерәк тә, бронхит, ринит, тонзиллит, бронхиаль астма менән йонсоғандарға ауыр.
Төтөн мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн үтә хәүефле. Баланың тауышы ҡарлыҡһа, һулышы ауырлашһа, бер туҡтауһыҙ йүткерһә, шунда уҡ медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк. Саҡ ҡына беленгән билдәләрҙең дә тиҙ үҫешеүе ихтимал.
!Усаҡ янында үткәрелгән 1 сәғәт ваҡыт 5 сәғәт буйы ҡала автомагистралендә булған кеүек сәләмәтлеккә зыянлы.
Янған утындың төтөнөндә канцероген матдәләр сигареттыҡынан 12 тапҡырға күберәк.
Полиэтилен пакет янғанда, һауаға 70-кә яҡын төрлө химик матдә бүленә.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырған өсөн яуаплылыҡ тураһында Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәтенең төҙөкләндереү буйынса белгесе Гүзәл Йоносова һөйләне.
- Ауыл биләмәһе хакимиәте раҫлаған биләмәләрҙе төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, урамдарҙа, шәхси ихата- ларҙа, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар ихаталарында сүп яндырыу тыйыла. Был ҡағиҙәне боҙған осраҡта граждандар һәм юридик ойошмалар Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 6.3 пунктына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Торама пункттар территорияларын төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға – 500-ҙән 1000-гә тиклем, вазифалы кешеләргә – 2000-дән 3000 һумға тиклем, юридик берәмектәргә 20000-дән 30000 һумға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған.