Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Август 2018, 11:40

Еләк тәрбиә талап итә

Ул 19 быуатта Американан (“Виктория” сорты) индерелә һәм элек баҡсаларҙа үҫтерелгән баҡса еләген алмаштыра.

Баҡса еләге үҫтереү тәжрибәһенән сығып, юғары һәм сифатлы уңыш алыуға йүнәлтелгән бер нисә кәңәш биреп үтәбеҙ. Ултыртыр алдынан 3-4 аҙна элек тупраҡты яҡшылап ашларға: 1 кв. метрға 8 килограмм тиреҫ индерергә, 80 г ашлама (азофоска һ. б.), 100-150 г көл һибергә, тупраҡты яҡшылап ҡаҙырға кәрәк. Июнь аҙағында-август башында мыйыҡтарында барлыҡҡа килгән япраҡтар йәйелешен 70*30 см схемаһы буйынса ултыртырға. Яҙын да ултыртырға мөмкин, әммә беренсе йылдың уңышы аҙ буласаҡ. Ултырт- ҡандан һуң, тамырҙарын иртә һалҡындарҙан алып ҡар ҡатламы барлыҡҡа килгәнсе һаҡлау өсөн ҡыуаҡтар аҫтындағы тупраҡҡа тиреҫ һибергә кәрәк.


Баҡса еләген бер урында 4-5 йыл ғына үҫтерергә, алдағы йылдарҙа ҡыуаҡтар ҡартая, уңышы кәмей һәм ваҡ емештәр бирә башлай. Сәскә атып бөткәс, һыу һипкәндә һәм ямғыр яуғанда емештәре бысранмаһын өсөн ҡыуаҡтар аҫтына һәм рәт араларына бысҡы онтағы йәки ваҡланған һалам (ҡойолған шыршы энәләре лә ярай) һалығыҙ, йәшел үлән һәм бесән һалырға ярамай, улар емештәрҙе серетә. Мульча өҫтөнә мочевина бутал-ған һыу (бер биҙрәгә 15 г) һибегеҙ. Ни өсөнмө? Тупраҡтағы микроорганизмдар тупраҡ азоты ҡулланып мульчаны серетә башлай, ә һибелгән мочевина уны тарҡатыу өсөн етә.


Йәй буйы даими рәүештә мыйыҡтарын киҫергә кәрәк (киҫергә, ә өҙмәҫкә), улар үҫемлектең туҡлыҡлы матдәләрен файҙаланып уңышты 2-3 тапҡырға кәметә. Үрсетеү өсөн япраҡтар йәйелеше кәрәк булһа, мыйыҡтарҙы ситтәге үҫемлектәрҙә ҡалдырырға мөмкин.


Еләктең тамырҙары насар үҫешкән, шуға ла киләһе йылдан башлап даими рәүештә туҡландырырға кәрәк. Беренсе туҡландырыуҙы иртә яҙҙан, ҡар ирегәс тә үткәрәләр: 1 метр рәткә 10 г мочевина һәм 50 г көл һалып, өҫтөнә мул итеп һыу һибәләр. Икенсеһен – сәскә атҡас, емештәр барлыҡҡа килгәндә: 1 метр рәткә 10-15 г мочевина һибелә. Өсөнсөһө – емештәр йыйылғас, тулы ашлама (40 г) йәки 1 кв. метрға 30 г суперфосфат һәм 100 г көл индерелә.


Тамырҙары тәрән урынлашмағанға күрә, 10-15 көн һайын даими рәүештә һыу һибергә кәрәк, ә эҫе көндәрҙә һәм ҡоро йәйҙә – 5-7 көн һайын.