Үткән йома ауыл баҙары эргәһендә бик шәп сауҙа барҙы. Әле иртәнге 9 ғына, ә араларында балалар ҙа, пенсионер-ҙар ҙа булған ауыл кешеләре инде яңы йыйылған ҡайын еләге менән баҫып тора ине. Силәктәр төрлө, әммә хаҡ бер үк: литры өсөн 400 һум, бер биҙрә еләктең хаҡы, ярашлы рәүештә, уның ҙурлығына бәйле.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Флүрә Сәйетова ла яҙмышына зарланып, ҡул ҡаушырып ултырмай. Еләк мәлендә аҡса эшләп ҡалырға тырыша, сөнки был – ғаилә бюджетын тулыландырыу өсөн яҡшы мөмкинлек.
– Ирем менән беҙ пенсионерҙар. Йыл һайын уңыуына ҡарап, еләк йыйыуҙан ғына 20-30-ар мең аҡса эшләйбеҙ. Һорау бар, – ти ул.
Уның менән йәнәш шулай уҡ район үҙәгенән Фәймә Ибраһимова тора ине.
– Мин бала саҡтан еләк йыйырға яратам. Был минең ярат-ҡан шөғөлдәремдең береһе, – ти ул.
Ҡайын еләгенән тыш, баҙар-ҙа баҡса еләген дә һаталар. Мәсетле баҡсасылары уның өс литрын 350 һумға тәҡдим итә.
Шулай итеп, һуңлабыраҡ булһа ла, еләк мәле башланды. Ә беҙ ҡыҙыл төҫтәге барлыҡ еләктәрҙең дә ҡанға яҡшы тәь-ҫир итеүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Запасҡа витаминдар йыйып ҡалығыҙ!