Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
12 Июль 2018, 16:38

Ҡыйыҡтарҙы алып ырғытты

Дүшәмбе, 9 июлдә, көндөҙ үткән ямғырлы һәм боҙ-борсаҡлы көслө ел-дауыл райондың күп кешеләренең ҡотон алды. Үкенескә күрә, ул эҙемтәһеҙ булманы: мунсалар, һарайҙар, өйҙәр ҡыйыҡтарын алып ырғытты, теплицалар- ҙы әйләндерҙе, ағастарҙы йыҡты.

Ватолин урамында йәшәүселәр ошо уңышһыҙ көндө зыян күреүселәрҙең береһе булды. Дауыл уларҙың өй ҡыйығын асамайҙары-ние менән бергә алып ырғытты. Хужаларҙың һүҙҙәре буйынса, улар ҡыйыҡтарын ике йыл элек кенә алмаштырған булған.

Хәҙер уларға, бурысҡа инеп, яңынан профтүшәмә алырға тура килде. Уларҙың бәләгә тарыуын ишетеп, бөтә күршеләре һәм туғандары ярҙамға сыҡҡан. Әйткәндәй, зыян күреүселәрҙең өйө страховкаланмаған булған. Ә бит ундай сара бөтә сығымдарҙы ҡаплай һәм нервыларҙы һаҡлап ҡала алыр ине.

Әлеге урамдағы тағы бер өйҙөң ҡыйығын көслө ел 50 метр алыҫлыҡҡа, күршеләренең баҡсаһына алып ташлаған. ул емеш-еләк ағастары өҫтөнә барып төшкән.

Айгөл ШАРАПОВА.