Ҡул менән ултыртыу өсөн тәғәйенләнгән эш ҡоралы ЛПЛ-5,5 тип атала. Был аббревиатура 5,5 килограмлыҡ урман ултыртыу көрәге тигәнде аңлата. Икенсе төрлө ул “Колесов ҡылысы” тип атала. Әлеге ваҡытта был ҡорал таҙартылмаған участкаларҙа урман ултыртыуҙың иң уңайлы һәм тиҙ ысулы булып тора.
Үҫентеләрҙе ергә тамыры зарарланмаҫлыҡ, ә соҡоронда һауа ҡалмаҫлыҡ итеп ултыртырға кәрәк. Шуныһы ла мөһим, егерме аҙым арауыҡта йәш ҡарағайҙар утыҙҙан кәм булмаҫҡа һәм аралары 60 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Шулай итеп, бер гектарға 4000 ҡарағай ултыртыла. Бер кешегә көндәлек норма – 200 самаһы ҡарағай. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ инде, 74,6 гектар ултыртыу өсөн күпме ваҡыт һәм ҡул көсө кәрәк?
Бәхеткә күрә, беҙҙең урман хужалығына йылдың-йылы урта мәктәптәр уҡыусылары ҙур ярҙам күрһәтә. Быйыл Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыу-сылары иң ҙур майҙан (13,8 га) – 55200 йәш ағас ултыртты. Шулай уҡ урманды яңыртыуға Йонос һәм Оло Аҡа мәктәптәре уҡыусылары ҙур өлөш индерҙе.
Урман – беҙҙең яҡтың төп тәбиғи ресурстарының береһе, уртаҡ йәшел йортобоҙ, беҙ һеҙҙең менән уны һаҡлап ҡалырға һәм арттырырға тейешбеҙ.
Мәсетле участка урман хужалығы начальнигы.