Уның ҡайнатмаһы һәм төнәтмәһенең антисептик һәм елһенеүгә ҡаршы, кешене тынысландыра торған үҙенсәлектәре лә бар. Тамырҙары менән орлоҡтары ҡатын-ҡыҙ өсөн дә, ирҙәр өсөн дә енси йәһәттән файҙалы, ә тамыр-ҙарының ҡайнатмаһы шулай уҡ бронхиаль астманы дауалауҙа һәм бауыр эшмәкәрлеген тергеҙергә ярҙам итә. Шуның менән бергә уның зыяны ла бар: геморрой, тура эсәк ярыҡтары һәм гастриттар булғанда уны ашарға, препараттарын ҡулланырға кәңәш ителмәй.
Заманында малсылыҡ өсөн “сосновский” балтыр-ғаны тигән төрөн күпләп сәскәндәр һәм силос әҙерләгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төр үләндең ағыулы булыуы асыҡланған. Әммә ул киң таралып киткән, һәм хәҙер Европа илдәрендә уға ҡаршы көрәш алып баралар. Был төр балтырған тәнде яндыра, тәме әсе, ағыу-лы. Үҙебеҙҙең ғәҙәти балтырған менән бутай күрмәгеҙ.
Балтырғанды ҡышҡылыҡҡа тоҙлап та, туңдырып та, консервалап та әҙерләргә мөмкин.
500 г балтырған көпшәһенең тышын таҙар- тырға, бер баш һуғанды турарға, кишерҙе ваҡ ҡыр- ғыстан үткәрергә, ҡаты бешкән ике йомортҡаны ваҡларға, һарыһын ыуырға ла, барыһын бергә ҡушып бол-ғатырға. Шыйыҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушырға. Һуған менән кишерҙе майҙа быҡтырып ҡушырға мөмкин.
Тауыҡ һурпаһы бешерелә. Бәрәңге, бешеп етер саҡта һуған, үҙегеҙ теләгән күләмдә балтырған турап һалығыҙ, ул ҡабарып сығыу менән үҙегеҙ баҫҡан туҡмас төшөрөгөҙ. Әгәр киптерелгән йәки магазин туҡмасы булһа, балтырғандан алда һалына.
Күмәстеке кеүек сөсө ҡамыр әҙерләйбеҙ. 500 г йәш балтырған япрағы, 250 г йәшел йәки башлы һуған, 100 г дөгө, 2 йомортҡа, 30 г аҡ май алабыҙ.
Балтырғанды өс-биш минут бешекләйбеҙ, турайбыҙ, ныҡ ҡурылған һуған һәм ҡаты бешереп ваҡланған йомортҡа, бешерелгән дөгө ҡушабыҙ. Ошо эслек менән бөйөрөктәр эшләп, майҙа бешерәбеҙ.
250 г иткә 100 г балтыр-ғанды, бер баш һуғанды ваҡ ҡына итеп турап ҡушабыҙ, өҫтөнә бер сей йомортҡа һытып болғатабыҙ. Ошо эслектән билмән яһайбыҙ.
Һурпаға йә ҡайнар һыу- ға һалып бешереп алғас, табынға ҡаймаҡ йәки башҡа тоҙлоҡ менән бирәбеҙ.
2 кг йәш балтырған япрағы, 5-6 бүлем һарымһаҡ талап ителә. Маринад өсөн: 4 стакан һыу, 2 аш ҡалағы эре тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 стакан 6 процентлы ҡыҙыл виноград һеркәһе. Йәш балтырған япраҡтары һәм үренделәрен яҡшылап йыуырға, һыуы һарҡып бөткәс, бысаҡ менән турарға. Ярты литрлыҡ банкаларҙың төптәренә һарымһаҡ бүлемдәрен, шунан әҙер балтырған япраҡтарын һалып сығырға. Маринад өсөн һыуҙы шәкәр ҡомо һәм тоҙ менән 15 минут ҡайнатҡас, һеркә өҫтәргә һәм шунда уҡ уттан алырға. Маринадты балтырған өҫтөнә ҡо- йорға һәм 20-25 минут самаһы ҡайнап торған һыу эсенә ултыртып стерилләргә. Маринадланған бал- тырғанды йәшелсә аштары әҙерләү өсөн йәки башҡа маринадлы һәм тоҙло йәшелсәләр кеүек үк итле, балыҡлы ризыҡтарға өҫтәмә рәүешендә файҙаланалар.
Белгес менән кәңәшләшегеҙ.
(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).