Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
31 Май 2018, 16:46

Редис үҫтереү: яҡшы уңыш алыуҙың 8 сере

Тәжрибәле баҡсасылар майҙа уҡ тәмле, һутлы редис менән һыйлана. Ләкин уны сәсергә әле һуң түгел, дөрөҫөрәге, бер ҡасан да һуң түгел – уны йәй буйы үҫтерергә мөмкин. Бары тик был эштең рәтен белергә генә кәрәк.

Яҡшы редис үҫтереү өсөн орлоҡтарҙы дөрөҫ һайлау мөһим. Иртә һәм уртаса өлгөрөүсе сорттар ҡырауҙарға һәм көпшәләнеүгә бик бирешеп бармай. Ә һуң өлгөрөүсе сорттар тәмлерәк һәм файҙалыраҡ, сөнки вегетация осоронда күберәк шәкәр һәм витаминдар туплап өлгөрә, шулай уҡ уларҙың уңыш сифаты юғарыраҡ һәм оҙағыраҡ һаҡланалар.

Редис мөмкин тиклем күберәк уңыш бирһен өсөн үҫемлекте тәрбиәләгәндә мөһим принциптарҙы үтәргә кәрәк.

1. Дөрөҫ тупраҡ

Түтәлде әҙерләгән ваҡытта ерҙе 20-30 см тәрәнлектә йомшарталар һәм өҫтөн тигеҙләйҙәр. 1 кв. метрға ярты биҙрә ҡом һәм серетмә, 1 аш ҡалағы аммиак селитраһы, 1,5 аш ҡалағы көкөртлө калий һәм 2 аш ҡалағы суперфосфат индерәләр.

!Редис үҫтергән ваҡытта туп-раҡҡа тиреҫ кертергә ярамай. Ғөмүмән, һәр азотлы ашламаның тамыраҙыҡтың ҡыуышланыуына булышлыҡ итеүе ихтимал.

Тупраҡ әселеге юғары булғанда доломит оно (кв. метрға 0,5 л) индерәләр. Ә ауыр балсыҡлы ерҙе ҡом менән аралаштыралар (1 кв. метрға 1 биҙрә иҫәбенән).

2. Яраҡлы урын

Редисты асыҡ (ҡояшлы), әммә елдән һаҡланған участкаға сәсәләр.

3. Сифатлы орлоҡтар

Яҙ һәм йәй башында иртә өлгөрә торған сорттар сәселә, ә һуң өлгөрә торғандарын августан да иртәрәк ултыртмайҙар. Яҡшы һәм дәррәү шытып сыҡһын өсөн орлоҡтарҙы алдан 2-3 көн дауамында еүеш салфеткала шыттыралар.

4. Дөрөҫ ултыртыу

Әҙерләнгән түтәлдә бер-береһенән 10-15 см алыҫлығында 2-3 см тәрәнлектә бураҙналар ярып сығалар. Унда 5-әр см һайын орлоҡтар һалалар. Редис –4-кә тиклем ҡырауҙарҙы еңел үткәрһә лә, йылылыҡ етешмәгәндә орлоҡтар насар шыта. Шытымдарҙың дәррәү күренеүе өсөн ҡулайлы температура – 15-20 градус. Ундай шарттарҙа үҫентеләр 3 көндән моронлаясаҡ. Ә шунан да түбәнерәк температурала орлоҡтарҙың шытып сыҡҡанын 6-12 көн көтөргә тура киләсәк.

5. Редисҡа һыу һибеү

Мул уңыштың төп шарты – даими һыу һибеү. Редис сәселгән түтәл гел уртаса дымлылыҡта булырға тейеш. Дым етешмәгәндә, тамыр-аҙыҡтар әсе һәм кәүшәк буласаҡ. Шулай уҡ һыу һипкән һайын ерҙе 3-5 см тәрәнлектә йомшарталар. Шул арҡала тамырҙар “тын” аласаҡ.

6. Өҫтәмә туҡландырыу

Уңдырышлы тупраҡҡа ашлама индермәҫкә лә мөмкин, ә ярлылан-ғандарында һыу менән шыйыҡлатылған үлән төнәтмәһен файҙаланырға кәрәк. Төнәтмә яһай торған һауыттың дүрттән бер өлөшөнә һыу ҡоялар, шуға яңы өҙөлгән үҫемлектәрҙе һалалар (100 л һыуға 10 кг үлән иҫәбенән) һәм 2 кг тауыҡ тиҙәге өҫтәйҙәр. Һауытты селтәр менән ябалар, төнәтмәне көн һайын бол- ғатып торалар һәм шыйыҡлыҡ әсеүҙән туҡтағас ҡуллана башлай-ҙар. Ғәҙәттә ул 1-3 аҙнанан әҙер була. Килеп сыҡҡан төнәтмәне 1:1 нисбәтендә һыу менән шыйыҡлаталар һәм үҫемлектәрҙең төптәренә һибеп сығалар.

7. Яҡтылыҡ режимы

Идеаль шарттарҙа үҫемлектәр көн яҡтылығында 10-12 сәғәт булырға тейеш. Әгәр көн яҡтылығы 13-14 сәғәт дауам итһә, шуның менән бергә һауа температураһы 25 градусҡа етһә, редистың һуң өлгөрә торған сорттары тамыраҙыҡ барлыҡҡа килтермәй, ә сәскә ата. Ундай үҫемлектәрҙе көн яҡтылығында тәүлегенә 10 сәғәттән артыҡ булмаһындар өсөн ҡара төҫтәге туҡып яһалмаған материал менән ҡаплай-ҙар.

8. Әүернә бөрсәһе менән көрәш

Редис өсөн был иң хәүефле ҡоротҡос. Тамыраҙыҡтарҙа кеше һаулығы өсөн зарарлы матдәләр туп-ланмаһын өсөн, химик инсектицидтар ҡулланыу кәңәш ителмәй. Шуға күрә профилактик сараларға иғтибар бүлергә кәрәк.

• Редис калийлы ашламалар яратҡанлыҡтан, шытымдарҙы һәм тупраҡты яңы барлыҡҡа килгән көл менән эшкәртәләр.

• Бөрсә әсе мөхиткә сыҙамай, шуға күрә редисҡа әселәтелгән һыу һибеү уны юҡ итергә ярҙам итә. Мәҫәлән, лимон кислотаһы иретмәһен файҙаланырға мөмкин (10 л һыуға 1 аш ҡалағы).

• Бөрсә редистың ҡоро һабаҡтарын ярата, шуға күрә уларға даими рәүештә һыу бөркөп торалар.

(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).