Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Май 2018, 17:26

Ер еләге ваҡыты

Ул күптән инде башланды. Юҡ, һүҙ уңыш йыйыу түгел, ә уға әҙерлек тураһында бара. Бөтәһе лә ошо татлы емеш менән һыйланырға ярата, ләкин мул уңыш алыр өсөн йылы ваҡытта яҡшы итеп тырышырға кәрәк икәнен күптәре белмәй. Ер еләге ҡыуағы сәскә атҡансы, атҡанда, атып бөткәс тә айырым иғтибар һәм хәстәрлек талап итә. Культураны даими утап, ерҙе йомшартып, ҡороған япраҡтарын һәм мыйыҡтарын ҡырҡып торорға ғына түгел, ә төрлө өҫтәмә туҡландырыуҙар индереп торорға кәрәк.

Көлдән өҫтәмә туҡландырыу

Ер еләген сәскә атҡандан һуң, атҡансы һәм емеш биргән осорҙа ашлау өсөн йыш ҡына көлдө ҡулланалар. Унан концентрат әҙерләйҙәр, һуңынан төнәтәләр һәм һыу ҡушалар. Бер литр ҡайнар һыуға бер стакан көл кәрәк. Концентратты тәүлек буйына төнәтергә һәм 9 л һыу ҡушырға. Һыу ҡушылған ҡатышманы ентекләп бутарға һәм ер еләге ҡыуағының та- мырҙарына һибергә. 1 кв. метрға яҡынса литр иретмә тура килә.
Йодлы өҫтәмә туҡландырыу

Сәскә атҡан ер еләгенә өҫтәмә туҡландырыу ғына тугел, ә төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау талап ителә. Ябай йод ярҙамында үҫемлектең иммунитетын күтәрергә һәм уны бактерияларҙан һаҡларға була. Йодлы өҫтәмә туҡландырыуҙы эшләр өсөн 10 л һыу-ға 10 тамсы йод һалырға кәрәк. Ер еләге тирәһендәге алдан дымланды- рылған ергә килеп сыҡҡан ҡатышманы һибергә.
Бор кислотаһы

Һәр бер өҫтәмә туҡландырыуҙың индереү ваҡыты бар. Ҡайһы бер ҡатышмалар үҫемлектең үҫеүенә булышлыҡ итә, икенселәре емеш биреүҙе тиҙләтә. Бор кислотаһы еләктең тумаланыуының ныҡлығына һәм улар һанының артыуына булышлыҡ итә. Уның нигеҙендә эшләнгән өҫтәмә туҡландырыуҙы сәскә ата башлауҙың иң башында, бөрөләнгән осорҙа, фай-ҙаланалар. 2 г бор кислотаһына 10 л һыу тура килә. Эффектты өҫтәмә көсәйтеү өсөн тәжрибәле баҡсасылар туҡландырыуға 2 г марганцовка һәм 1 стакан көл ҡушалар.
Ҡош тиҙәге

Туҡландырыуҙы эшләр өсөн ҡош тиҙәген йыш ҡулланалар. Һүҙ яңы тауыҡ тиҙәге тураһында барған осраҡта уны тондоролған һыуҙа ебетәләр. 12 л һыуға яҡынса 500 мл ҡош тиҙәге кәрәк була. Ундай ашлама менән ҡулланғансы уны алдан төнәтергә кәрәк. Ғәҙәттә был процесс бер көндән өс көнгә тиклем дауам итә. Ҡушымта төнәлгәс, уны ер еләге ҡыуаҡтарына һибеү өсөн ҡулланып була. Ошондай туҡландырыуҙы индерер алдынан ер еләгенә мотлаҡ һыу һибергә кәрәк.
Сүпрәле өҫтәмә туҡландырыу

1. Йәй ваҡытында сүпрә нигеҙендәге ашлама менән ерҙе 2 тапҡыр ашларға ярай. Көлдән эшләгән кеүек үк башта сүпрәнән концентрат әҙерләнә. 1 кг сүпрәгә 5 л һыу тура килә.

2. 1 л сүпрә концентраты 20 л һыу менән иретелә. 10 ҡыуаҡҡа яҡынса 5 л сүпрәле туҡландырыу китә. Әгәр ҙә яңы сүпрә урынына ҡороһо ҡулланылһа, башта уны аҙ ғына шәрбәтләнгән һыуҙа, ә һуңынан инде 5 л һыуҙа иретәләр. Килеп сыҡҡан ҡушымтаны 2 сәғәт төнәтәләр. Сүпрәле өҫтәмә туҡландырыуҙы һыу һипкән саҡта индерәләр. Һәр бер һиптергескә 500 мл иретмә тура килә.
Быйыл еләкте июнгә тиклем күсереп ултыртырға мөмкин

Оҙайлы яҙ сәбәпле еләкте ултыртыуҙы июнгә тиклем “һуҙырға” мөмкин. “Балсыҡлы тупраҡты ҡом керетеү менән яҡшыртып була, ә артыҡ кислоталы тупраҡ эзбизләүҙе талап итә–1 кв. метрға 200 г эзбиз кәрәк. Әгәр ҙә үҫемлектәрҙең мыйыҡтарын ҡулланырға теләһәгеҙ, беренсе йәки икенсе тамырланған мыйыҡты алыр-ға, сөнки улар көслөрәк”,– тип кәңәш бирҙе Кушнаренко селекция үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Венера Зарипова.

Баҡсасыларҙың еләк ултыртҡанда төп хатаһы – ныҡ төпкә ултыртыу. Ҡайын еләгенең үҙәге, тамырҙар япраҡҡа күскән урыны, төпкә ултыртылырға тейеш түгел, юғиһә үҫемлек бөтөнләй үҫмәйәсәк йәки һәләк буласаҡ. Рәттә үҫентеләр араһы 25-30 см булырға тейеш, ә рәттәр араһы – 50-70 см. Бер урында еләкте 3-4 йыл үрсетергә мөмкин. Ҡый үләне үҫеүен булдырмау һәм тупраҡ һыуын һаҡлар өсөн ғилми хеҙмәткәр ҡара материал түгел, ә аҡһыу төҫтәрҙәге материалдарҙы ҡулланырға кәңәш итә.

(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).