Туристик маршруттың башы – Әләгәҙ ауылындағы Елғазы шишмәһе, һуңы – “Ҡарағай” шифаханаһы. Йәмғиәткә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин әүҙем ярҙам күрһәтә. Ул Рус география йәмғиәтенең Мәсетле районындағы бүлексәһенең попечителлек советы рәйесе булып тора. Шишмәне РГО аша йыһазландыра башлаусы – Әләгәҙ ауылынан Салауат Камалиев.
Әләгәҙ ауылының оло йәштәгеләре һөйләүенсә, Емельян Пугачев менән Салауат Юлаев отрядтары себер тракты аша Красноуфимск крепосын штурмларға барған ваҡытта атаҡлы Елғазы шишмәһе эргәһендә ҡунырға туҡтаған. 1649 – 1654 йылдарҙа барлыҡҡа килгән Әләгәҙ ауылы шулай аталған. Ауылға нигеҙ һалыусы булып Ташбулат исемле кеше иҫәпләнә.
Граждандар һуғышы йылдарында ҡыҙылгвардиясылар үҙҙәре менән запасҡа был шишмәнән һыу алған. Ул Әләгәҙ ауылынан 130 км алыҫлыҡта урынлашҡан Сулея тимер юл станцияһына йәйәү барып етергә көс биргән. 1945 йылда фронттан Еңеү менән ҡайтҡас, фронтовиктар шифалы һыу-ҙан ҡайнатылған самауыр сәйе эсер өсөн ғаиләләре менән шишмә янында осрашҡан.
Әләгәҙ кешеләре бөгөн дә шишмә янында осрашырға һүҙ ҡуйыша, яңы өйләнешеүселәр никах ваҡытында алдағы тормоштарының таҙа, саф, яҡты булыуы өсөн шишмә һыуын эсергә тейеш.
Мәсетле районы скважиналарындағы һыу кеше организмына кире йоғонто яһаусы эзбиз һәм башҡа минералдары күп булыуы менән айырылып тора. Сәйнүктәргә һәм самауыр- ҙарға ҡалын ҡатлам булып юшҡын ултыра, шуға күрә, бөйөрҙәрендә һәм башҡа органдарында таш барлыҡҡа килеүенән ҡурҡып, кешеләр шишмә һыуын эсергә тырыша.
Район үҙәгенән һәм райондың башҡа ауылдарынан халыҡ шишмә һыуы алыр өсөн Әләгәҙ ауылына килә. Шишмә һыуы һауыт-һабаны юшҡындан таҙарта, бөйөрҙәрҙәге ташты иретә, тигән легенда йөрөй. Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитовтың һүҙҙәренсә, ошо йылдың ғинуарында шишмәнән һыу тикшереүгә алынған. Һыу составына химик анализ яһау, үҙенсәлектәре буйынса уның ысынлап та скважиналарҙағы ғәҙәти һыуҙан өҫтөн булыуын күрһәткән. Елғазы шишмәһе Әчит – Мәсәғүт автоюлынан 12 км алыҫлыҡта ята. Шишмәгә барып еткәнсе юлға асфальт түшәлгән.
Маршрут бик ҡыҙыҡлы. Ул Әй йылғаһы акваторияһы, Төнгөлдө мәмерйәһе, ҡатнаш урман һәм ҡарағайлыҡ буйлап үтә. Маршрутты үткән ваҡытта урман йәнлектәре: төлкөләр, ҡорҙар, һуйырҙар, ағуналар, ҡыр кәзәләре, урғуяндарҙы, шулай уҡ бик күп уникаль дарыу үләндәрен осратырға мөмкин.
РГО-ның Мәсетле районындағы