Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
8 Февраль 2018, 18:11

Ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлайыҡ

Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығышы иҫ киткес матурлығы, гүзәллеге менән күптәрҙе һоҡландыра. Үҫемлектәр һәм ҡырағай хайуандар донъяһы тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Улар һәр саҡ яҡлауға мохтаж. Әммә ошо матурлыҡҡа ҡул һуҙыусылар ҙа юҡ түгел арабыҙҙа.

2017 йылда хоҡуҡ һаҡлау, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса 124 рейд уҙғарылды, улар барышында 181 һунарсының документы тикшерелде, 41 һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланды, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы 34 протокол төҙөлдө. Шул иҫәптән Мәсетле районында 2 ҡыр кәзәһе законһыҙ атылған. Ә күрше Ҡыйғы районында 3 мышы, 3 ҡыр кәзәһе, 1 һуйыр (глухарь), Балаҡатай районында 1 ҡыр кәзәһен законһыҙ аулау теркәлде. Рөхсәтһеҙ йөрөтөлгән бер һырлы көбәкле һунар мылтығы тартып алынды. Әлеге факттар буйынса тикшереү эштәре Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай райондары эске эштәр бүлектәренә ебәрелде, ғәйеплеләргә ҡарата 7 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Законһыҙ ауланған 2 ҡыр кәзәһе һәм 1 һуйыр өсөн 129 мең һумға дәғүә ҡағыҙы бирелгән һәм 129 мең һум түләтелгән. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 729 мең һумлыҡ зыян килтерелде.

Быйыл хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса 18 рейд уҙғарылды, 34 һунарсының документтары тикшерелде, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы 3 протокол төҙөлдө. Ҡыйғы районы территорияһында 4 мышы һәм 2 ҡыр кәзәһен рөхсәтһеҙ атыу осраҡтары теркәлде, улар буйынса 3 енәйәт эше ҡуҙғатылды. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 840 мең һумлыҡ зыян килтерелде.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2017 йылдың 11 декабрендәге “БР территорияһында ҡышҡы маршрутлы иҫәп ысулы менән һунар итеү ресурстарына һәм улар йәшәгән мөхиткә дәүләт мониторингын бойомға ашырыу тураһында” 760-сы бойороғона ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан 28 февраленә тиклем ҡырағай йәнлектәр иҫәбен алыу уҙғарыла.

Ришат КӘРИМОВ,

БР Экология министрлығының Мәсәғүт хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау

һәм файҙаланыу хеҙмәте төп белгес-эксперты.