Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Март , 09:15

Салауат Әхйәмов иҫтәлегенә шахмат турниры

Әжекәй ауылы клубында крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Салауат Әхйәмов иҫтәлегенә шахмат турниры уҙҙы.

Салауат Әхйәмов иҫтәлегенә шахмат турниры
Салауат Әхйәмов иҫтәлегенә шахмат турниры

Сара Әхйәмовтар ғаиләһе тарафынан ойошторолдо һәм Красноуфимск ҡалаһынан, Красноуфимск районының Сарсы һәм Тәүрә ауылдарынан, Мәсәғүт, Малаяҙ, Яңы Балаҡатай, Дыуан-Мәсетле һәм Әжекәй ауылдарынан 50 ҡатнашыусыны йыйҙы. Башҡортостан Республикаһының Шахмат федерацияһы ярҙамында уҙғарылған турнирҙы ойоштороу эшендә Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөлфиә Ғилманшина ла ярҙам күрһәтте.
– Улым хөрмәтле кеше булды. Ул байтаҡ эштәрҙең бағыусыһы ине, саралар ваҡытында ярҙамлашты, шулай уҡ мәсетте ремонтлауҙа һәм ауылда Әжекәй фажиғәһенә арналған стела булдырыуҙа булышлыҡ итте, – тип һөйләне Салауат Әхйәмовтың атаһы Марс Ҡыям улы. – Шахмат турниры осраҡлы ғына ойошторолмай: беҙҙең ғаиләлә был – йола. Мин үҙем мәктәптә уҡыған саҡта шахмат уйнарға өйрәндем. Балаларым һәм ейәндәрем дә уйнай белә һәм йыш ҡына төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулайҙар.
Турнир тиҙ шахмат форматында уҙҙы һәм туғыҙ турҙан торҙо, ҡатнашыусылар өс йәш категорияһына бүленде: 14 йәшкә тиклем, 15 – 18 йәштәгеләр, шулай уҡ 19 йәш һәм унан өлкәндәр. Судьялыҡ эшен Мәсәғүттән квалификациялы белгес Александр Полушкин башҡарҙы.
– Турнир икенсе йыл рәттән үткәрелә һәм был юлы ул күберәк ҡатнашыусыны йыйҙы. Сара тыуған төйәккә һөйөү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә һәм ауылға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Был спорт төрөн үҫтереүҙә урындағы фермерҙар һәм предприятиелар ҙур роль уйнай. Исемдәрен халыҡҡа еткереү өсөн уларҙың фотоһүрәттәре менән стенд эшләргә теләйбеҙ, – тип билдәләне Салауат Әхйәмовтың ҡатыны Гөлназ Рауил ҡыҙы.
Турнир йомғаҡтары буйынса һәр йәш категорияһында еңеүселәр билдәләнде. 14 йәшкә тиклем үҫмерҙәр төркөмөндә Ярослав Фёдоров беренсе урын алды, Кәрим Мораҙымов икенсе булды, ә өсөнсөлә – Линар Хәйрисламов; ҡыҙҙар араһында Татьяна Другова иң яҡшыһы булды, икенсе урынды Алһыу Ямалетдинова яуланы, өсөнсөлә – Дарья Мешавкина. 18 йәшкә тиклем категорияла Радмир Әхмәтйәнов еңеү яуланы, Кирилл Стахеев – икенсе, Камил Саҙиҡов – өсөнсө; ҡыҙҙар араһында ошо йәш төркөмөндә Риана Нуриева – беренсе, Самира Үтәғолова – икенсе, Виктория Фәтҡуллина өсөнсө булды. Өлкәндәр араһында ир-егеттәрҙән беренсе урынды Вячеслав Башкирцев яуланы, икенсе урында – Айвар Ғәлләмов, өсөнсөлә – Фидан Борханов, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урында – Карина Кузнецова, икенселә – Анна Бобина, өсөнсөлә – Алёна Подборцева. Еңеүселәр һәм призерҙар аҡсалата приздар менән билдәләнде.
Ҡунаҡтар өсөн Салауат Әхйәмовҡа арналған стенд, шулай уҡ “Серле шахмат донъяһы” күргәҙмәһе ойошторолдо. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусыларға “Башҡортостан Республикаһының ҡаҙаныштар йылъяҙмаһы” китабын күрһәттеләр, уның биттәрендә Салауат Әхйәмовҡа арналған материалдар, 1918 йылғы Әжекәй фажиғәһен сағылдырған хәтер фотоальбомы бар.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.

Салауат Әхйәмов иҫтәлегенә шахмат турниры
Салауат Әхйәмов иҫтәлегенә шахмат турниры
Салауат Әхйәмов иҫтәлегенә шахмат турниры
Автор: