Сараны Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, шулай уҡ Шакирйән Нуриәхмәт улының балалары ойошторҙо. Сараның бағыусылары – билдәле спортсының улдары һәм уның уҡыусылары.
Ярышты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин спортты популярлаштырыуға йүнәлтелгән бындай сараларҙың мөһимлеген билдәләне, уҡыу-сылары йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдырған уҡытыусыға хөрмәт белдерҙе.
– Шакирйән Нуриәхмәт улы иҫтәлегенә турнир 2016 йылдан башлап бишенсе тап-ҡыр уҙғарыла, – тип һөйләне Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин. – Ул саҡта ярышты үткәреү тәҡдиме менән атайым эшләгән Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең директоры Фирҙәүес Ҡотлоева, шулай уҡ уның һуңғы сығарылыш класынан уҡыусылары сығыш яһаны. Әйткәндәй, ул уҡыусылары остазының юлын һайланы һәм физкультура уҡытыусыһы булып киттеләр. Атайым спортты яратты, махсус белемле физкультура уҡытыусыларының береһе ине. Бөтә белемен һәм тәжрибәһен ул йәш быуынға тапшырырға ынтылды. Йыл һайын ярышта төрлө йәштәге һәүәҫкәрҙәрҙең ҡатнашыуы, районда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен күреү ҡыуаныслы. Бына бөгөн дә спорт стандарттарына яуап биргән трасса буйлап саңғыла йүгерергә мөмкинлек бар: “Комета-спорт” саңғысылар өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған, төҙөкләндерелгән. Бындай сара өсөн район хакимиәтенә, шулай уҡ ярышта ҡатнашыусыларҙы хәстәрләп итле ҡарабойҙай бутҡаһы, сәй, печенье менән һый-хөрмәт ойошторған Сергей Рудневҡа рәхмәт.
Халыҡты саңғыла йүгереү теләгенән тыш, билдәле физкультура етәксеһенә хөрмәт тойғоһо килтерҙе, шулай уҡ бында фекерҙәштәрҙе, клас-таштарҙы күрергә, аралашырға мөмкин булды.
Ярышта Мәсетле районынан 5 йәштән 85 йәшкәсә 150-нән ашыу саңғы спортын үҙ итеүселәр ҡатнашты. Улар араһында тәжрибәле саңғысылар ҙа, йәш спортсылар ҙа булды. Бәйгеселәргә 500 метрҙан алып биш саҡрымға тиклем ара үтергә кәрәк ине. Һәр турнирҙағы кеүек иң яҡшылар асыҡланды.
2016 йылғы малайҙар араһында беренсе урынға Станислав Шестопалов (Дыуан-Мәсетле ауылы) сыҡты, икенсе – Аҡназар Фәтҡуллин (Башҡорт гимназияһы, Оло Ыҡтамаҡ), өсөнсө – Нурислам Сәйфуллин (Һөләймән); ҡыҙҙар араһында Рианна Мырҙағолова (Оло Ыҡтамаҡ) иң яҡшыһы булды.
2014-2015 йылғы малайҙар араһында беренсе урынды Артемий Шестаков (лицей) яуланы, икенсене – Азамат Фәт-ҡуллин (Башҡорт гимназия-һы), өсөнсө урынды – Александр Панов (лицей); ҡыҙҙар араһында беренсе урында – Эвелина Ғәйнетдинова (Дыуан-Мәсетле), икенселә – Зарина Ғәйнетдинова (Дыуан-Мәсетле), өсөнсөлә – Миләүшә Сәйфуллина (Һөләймән).
2012-2013 йылғы малайҙар араһында беренсе урынды Сергей Шестаков (лицей) яуланы, икенсе урында – Антон Бәләғетдинов (Башҡорт гимназияһы), өсөнсөлә – Никита Крючков (лицей); ҡыҙҙар араһында беренсе урында – Азалия Хәлилова (лицей), икенселә – Виктория Панова (лицей), өсөнсөлә – Венера Ғәниева (Яңы Мөслим).
2010-2011 йылғы малайҙар араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урын – Айсыуаҡ Әсбапов (Әжекәй), икенсе урын – Инсаф Фазылов (лицей), өсөнсө урын – Владислав Иванов (Әжекәй); ҡыҙҙар араһында – Мәҙинә Мөбәрәкшина (Дыуан-Мәсетле), икенсе урын – Алина Мөхәмәтова (Дыуан-Мәсетле).
2008-2009 йылғы егеттәр төркөмөндә Илназ Ҡәләмов (5 км, лицей) һәм Илһам Мөхәмәтйәнов (3 км, Башҡорт гимназияһы) финишҡа беренсе булып килде, Ғайсар Әҡбәров (Дыуан күп профилле колледжы филиалы) – икенсе; ҡыҙҙар араһында Диана Шәйхетдинова (Дыуан күп профилле колледжы филиалы) – беренсе, Альмира Бәҙғетдинова (Башҡорт гимназияһы) икенсе урын алды.
18–29 йәштәге ир-егеттәр араһында беренсе урынды – Тимур Бәҙретдинов (3 км, Кесе Ыҡтамаҡ) һәм Айнур Ҡәләмов (5 км, Оло Ыҡтамаҡ), ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Лия Әбдесаттарова (Дыуан күп профилле колледжы филиалы) яуланы.
30–39 йәштәге ир-егеттәр араһында Илшат Зәбихуллин (Һабанаҡ ауылы) – еңеүсе, икенсе урында – Урал Ғилметдинов (Ләмәҙтамаҡ), 40–49 йәшлектәр араһында Ринат Әхмәтйәнов (Дыуан күп профилле колледжы филиалы) еңеүсе булды.
50–59 йәштәге ир-егеттәр категорияһында Азамат Ҡәләмов (Оло Ыҡтамаҡ) беренсе булып килде, Фәрдиән Мөхәмәтов (Дыуан-Мәсетле) – икенсе, Фәнис Сисәнбаев (Оло Ыҡтамаҡ) өсөнсө урын алды; ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгөл Зәбихуллина (Оло Ыҡтамаҡ) еңеүсе булды.
60 йәш һәм унан өлкәнерәктәр төркөмөндә ирҙәр араһында беренсе урынды Рәхимйән Әхмәтйәнов (Һабанаҡ) яуланы, икенсене – Әхмәтнур Хафизов (Ҡотош); ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе – Рәфисә Әхмәтйәнова (Һабанаҡ), икенсе – Роза Венгакова (Яңы Мөслим), өсөнсө – Гөлнәзирә Әхмәҙуллина (Ҡотош).
Еңеүселәр һәм призерҙар Мәсетле районы хакимиәтенең грамоталары, миҙалдары, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр һәм “Шакир абый” кубогы менән бүләкләнде.