Ярыш Балаҡатай районының Яңыбай ауылында уҙҙы һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. 72 ҡатнашыусының 50-нән ашыуы 7–9, 11–13, 14–17 йәш категорияларында ярышты, шулай уҡ 18 йәштән өлкән егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Ярышта ете ғаилә командаһының ҡатнашыуы спорттағы быуындар бәйләнешенең сағыу миҫалы булды. Шулай итеп, ойоштороусылар спорт һәм йолалар аша сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы һәм милли спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сарала Силәбе өлкәһенең Златоуст, Сыбаркүл, Үрге Өфәлей ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай, Үтәш, Билән, Яңыбай ауылдары командалары әүҙем сығыш яһаны.
Мәсетле районы данын “Мәсетле уҡсылары” командаһы яҡланы. Уның составына Фәрдиән Мөхәмәтов етәкселегендә Дыуан-Мәсетле мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусылары Алина Мөхәмәтова, Мәҙинә Мөбәрәкшина, Нәркәс Багаева, Айлина Шафиҡова һәм алтынсы класс уҡыусылары Инсаф Фазлиәхмәтов, Радик Кинйәбаев, Артем Моратшиндан торған команда инде.
Ғәҙел көрәштә Нәркәс Багаева 14–17 йәштәге ҡыҙҙар араһында өсөнсө урын алды, Дыуан-Мәсетле мәктәбе командаһы ла “Ғаилә” категорияһында өсөнсө урын яуланы.
Нәркәс Багаева уҡ атыу спортына 2025 йылдың декабрендә әхирәте менән килә.
– Уҡ атырға өйрәнеү теләге күптән бар ине. Кәрәкле йыһаздарҙы беҙгә тренер Фәрдиән Миңлеәхмәт улы бирҙе. Беренсе күнекмәлә кереш тартыу ауырыраҡ булды – күп көс һалырға тура килде. Беҙ көн һайын дәрестәрҙән һуң шөғөлләнәбеҙ, – тип һөйләй ҡыҙ. – Тренер ярышҡа барырға тәҡдим иткәс, шунда уҡ ризалаштым – үҙемде һынап ҡарарға теләнем. Был минең тормошомда беренсе турнир, шулай ҙа призлы урындарҙың береһен яулай алдым. Ярышта боролоп, тубыҡланып һәм баҫып атыу күнекмәләрен күрһәтергә кәрәк ине. Бик сағыу тәьҫораттар алдым, бындай турнирҙа йәнә ҡатнашырға уйым бар.
Уҡ атыуҙан тыш Нәркәс бейеү менән дә мауыға. Уҡыуҙа ла ул бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә: “бишле” билдәләренә өлгәшә, предмет олимпиадаларында һәм “Беренселәр хәрәкәте” составында төрлө сараларҙа ҡатнаша.
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә уҡ атыу буйынса секция 2025 йылдың сентябренән эшләй. Уны физкультура уҡытыусыһы Фәрдиән Мөхәмәтов алып бара.
– Күнекмәләр ғинуар башында 15 һәм 18 метр алыҫлыҡҡа атыуҙан башланды. Нәркәс тиҫтерҙәре араһында шунда уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: ул тотороҡлолоғо, тупланғанлығы һәм дөрөҫ баҫыуы менән айырылып тора, – тип һөйләй тренер. – Яңыбай ауылындағы турнир-ҙа мин, Нәркәс һәм Мәҙинә Мөбәрәкшина “Ғаилә” категорияһында бер команда булып сығыш яһаныҡ һәм өсөнсө урын алдыҡ. Был категорияла бер өлкән кеше һәм ике бала сығыш яһай. Хәҙер республика кимәленә сығырға ниәтләйбеҙ. Секцияны асыуға Баймаҡҡа сәфәр илһамландырҙы, унда тәүге тапҡыр 70 метр алыҫлыҡҡа атыуҙа көсөмдө һынап ҡараным. Тормошомда мауығыуҙарым күп булды: туризм, шахмат, әммә нәҡ был спорт төрөндә төплө шөғөлләнергә һәм балаларҙы өйрәтергә теләүемде аңланым. Бөгөн секцияла 30-лап бала шөғөлләнә. Өлкән быуын да ҡайһы берҙә килә – оло инәйҙәр уҡ-һаҙаҡты нисек тоторға, нисек дөрөҫ баҫырға өйрәтеүемде һорай. Әлбиттә, теләүселәрҙең барыһын да шатланып өйрәтәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн кәрәк-яраҡтар етмәй – үҙ аҡсама һатып алған ике йәйә генә. Уҡтар ҙа аҙ. Ҡағиҙәгә ярашлы, ярышта ағас уҡ-һаҙаҡ менән сығыш яһайбыҙ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, барыһы ла килеп сығырына ышанам. Дыуан-Мәсетле ауылы тарихи яҡтан был спорт төрө менән бәйле, шуға күрә бында уҡ атыу буйынса клуб ойоштороу теләге көслө.
Камелия НУРЫЕВА.