Спорт залы “Наил хажи” мәсете биләмәһендә төҙөлгән бинаның аҫҡы ҡатында урынлашҡан.
– Ул үҫеп килгән быуындың һаулығын нығытыу һәм физик әҙерлеген тәьмин итеү маҡсатында ойошторолдо. Залға теләгән һәр кем йөрөй ала, – тип билдәләй Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығыш ахуны Азамат Вәлиев.
Спорт залында йылы иҙән эшләнгән, санузел ҡуйылған, гардероб бар. Бында бокс өсөн грушалар урынлаштырылған һәм бирсәткәләр бар, көрәш өсөн майҙансыҡ булдырылған, гантелдәр һәм тренажер ҡуйылған. Әлбиттә, залды тулыландырыу талап ителә. Спорт залын йыһазландырыуға халыҡ та үҙ өлөшөн индерә ала – үҙҙәре ҡулланмаған инвентарҙы бында ихлас ҡабул итәсәктәр.
Үҙәкте төҙөү бары тик иғәнәләр иҫәбенә алып барыла. Яңыраҡ күп функциялы дини-мәғрифәт үҙәге буйлап бинаны төҙөүҙә хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе шәхси эшҡыуарҙар, активистар, инициаторҙар, вайымһыҙ булмаған яҡташтар өсөн экскурсия ойошторолдо.
Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көнгә ике ҡатлы бинаның ҡыйығы ябылған. Түбәнге ҡатта спорт залы урынлашҡан, ә беренсе ҡатта хәмер ҡулланмай үткәрелә торған саралар (исем ҡушыу, никах һәм башҡалар) өсөн зал һәм аш-һыу бүлмәһе төҙөлә. Юғары ҡатта балалар менән шөғөлләнеү өсөн класс, уҡытыусылар өсөн йоҡо һәм йыуыныу бүлмәһен үҙ эсенә алған белем биреү киңлеге буласаҡ.
– Рухи-мәғрифәт эшмәкәрлеге менән Өфөлә уҡып ҡайтҡан һәм артабан Ҡазанда “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә белем алыуҙарын дауам иткән район белгестәре шөғөлләнәсәк, – тип һөйләне Азамат Вәлиев.