Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Илнар Мөбәрәкшин хәҙер Свердловск өлкәһендә йәшәй, Рәсәй гвардияһында хеҙмәт итә.
Үҫмер саҡта дуҫтары менән компания өсөн генә барып, осраҡлы рәүештә бокс секцияһына эләгә. Ныҡлап шөғөлләнә башлай һәм оҫталығын ошо спорт төрөндә үҫтереүен дауам итә.
Бокс егеттең тормошон тулыһынса үҙгәртә. Уның һүҙҙәренсә, тап ошо шөғөл ярҙамында унда ышаныс тойғоһо үҫә, сыҙамлылыҡ һәм көс тоя.
– Үҙемдә ҙур энергия тоям, ҡуйылған маҡсаттарға ирешәм. Спорт – алға барыу өсөн көслө мотивация. Физик күнегеүҙәр тормошта ыңғай сағылыш таба: еңергә, юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә, – тигән ышаныста ул.
Төп иғтибарын ғаиләһе менән хеҙмәтенә бүлһә лә, яратҡан спортына ла ваҡыт таба Илнар – боксерҙар клубында шөғөлләнә. Тәжрибәле тренер Александр Жигмонт етәкселегендәге күнекмәләр уның оҫталығын нығыта, ә турнирҙарҙа әүҙем ҡатнашыу – дәртләндерә һәм ҡаҙаныштарҙы баһаларға ярҙам итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, спортсы ҡул һуғышы менән дә мауыға.
– Көрәштең ҡыҙыҡлы төрө – ҡул һуғышы: спортсы физик яҡтан ғына түгел, техник, тактик яҡтан да үҫешергә, ныҡлы психикаға эйә булырға тейеш, – ти ир.
Уның уңышлы сығыштары күп. Һуңғыларына уҙған йылдың декабрендә үткән ҡул һуғышы буйынса Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Урал округы чемпионатын индерергә мөмкин. Үҙенең ауырлыҡ категорияһында ул беренсе урын яулай. Шулай уҡ Екатеринбургта “Урал боксы лигаһы”нда иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.
2019 йылдан Илнар Мөбәрәкшин – бокс буйынса II категориялы судья, уҙған йылдың сентябрендә иһә – спорт мастерлығына кандидат. Ул өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмай, алда – яңы исемдәр һәм ҡаҙаныштар.
Ныҡышмалы хеҙмәт, ихтыяр көсө, дисциплина өмөттәрҙе һәр саҡ аҡлай, яҡташыбыҙ үҙенең ҡаҙаныштары менән быны тағы ла бер тап-ҡыр раҫланы.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.