Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июнь 2025, 10:45

“Велосипедта сәйәхәт – минең хобби”

Велосипед – ул экологик яҡтан иң таҙа транспорт төрө. Тирә-яҡ мөхит, шулай уҡ үҙ һаулығы тураһында хәстәрлек күреүселәр нәҡ уны һайлай. Велосипед сәфәр барышында башҡалар менән аралашыу һәм тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү мөмкинлеге бирә.

“Велосипедта сәйәхәт – минең хобби”
“Велосипедта сәйәхәт – минең хобби”

Күптән түгел велосипедта сәйәхәт итеүсе яҡташыбыҙ Салауат Зәйнетдинов Һөләймән ауылынан Екатеринбург ҡалаһына юлланды. Беҙ унан сәйәхәттәре һәм мажаралары тураһында һөйләүен һораныҡ.
Салауат Һөләймән ауылында тыуып үҫкән. Хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәй. Видеограф булып эшләй. Егеттең мауығыуҙары күп: йырлай, музыка ҡоралдарында уйнай, сәйәхәт итә.
– Республикабыҙҙы велосипедта йөрөп сығыу хыялы бар ине. 2021 йылда тыуған көнөмә ағайым велосипед бүләк итте. Ҡәҙерле транспортты алғас, беренсе сәйәхәтемә сыҡтым. Өфөнән Ейәнсура районының Үтәғол ауылында йәшәгән өләсәйемә юлландым. Велосипедта килеүем уның өсөн көтөлмәгән хәл булды. Өләсәйем дә велосипедта йөрөргә хыялланған, ә мин ниндәйҙер кимәлдә уның был хыялын тормошҡа ашырҙым кеүек. Ара ҙур ине, етенсе көнөнә килеп еттем, блог алып барҙым, сәйәхәт тураһында һөйләнем. Һуңынан Йылайырға, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарына юлландым. Ошо сәфәрҙәрҙән илһамланып, шул уҡ йылда Ҡазан ҡалаһына юл тоттом. Ҡайһы берҙә, был миңә ни өсөн кәрәк тип уйлап, икеләнеп ҡуйған саҡтарым да булды. Автомобилдә йөрөү хәүефһеҙерәк булыр ине. Хәҙер инде, маҡсатыма ирешкәс, шигем таралды. Бала саҡтан сәйәхәт итергә яратам. Тыуған ауылымдан Ләмәҙтамаҡҡа, Ҡотошҡа тиклем йәйәү йөрөнөм, велосипедта барып еттем, юл буйы урман-ҡырҙарға һоҡланып, тәбиғәтте ҡарап бара инем, – тип һөйләй Салауат.
Егеттең тимер аты – тауҙар өсөн тәғәйенләнгән тәгәрмәсле тиҙ йөрөшлө велосипед. Ауырлығы ҡорамалдар менән яҡынса 40 килограмға етә. Уның кеүек был транспорт төрөндә сәйәхәт итергә ҡарар иткәндәр өсөн Салауат үҙҙәре менән ҡояштан һаҡлаусы крем алырға, ябыҡ кейем, һаҡлағыс экипировка (каска, тубыҡ кейеме), күҙлек кейергә кәңәш итә.
– Үҙем менән протеин батончиктар, аҡһымға бай аҙыҡ, емеш-еләк һәм йәшелсә, мотлаҡ һыу, шулай уҡ велосипедты ремонтлау өсөн инструменттар, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар алам. Төндә палаткала ял итәм һәм йоҡлайым. Сәйәхәттәрҙә төлкөләр, ҡуяндар, терпеләр осрай, бүрене лә күргәнем булды.
Салауат менән йыш ҡына дуҫы Динар Нәсибуллин сәйәхәт итә.
– Тәүҙә беҙ уның менән Ишембай районындағы Торатауға барҙыҡ, уға оҡшаны, хәҙер икәүләшеп сәйәхәт итәбеҙ, – тип һөйләй Салауат.
Былтыр 30 апрелдә ул Динар менән Өфөнән Сочиға юллана. Юл ауыр була, серпантиндар буйлап үтергә, тауҙарға күтәрелергә тура килә. Был юл бер айға яҡын дауам итә. 27 майҙа, 2500 километр араны үтеп, барып етәләр. Көнөнә, һауа шарттарына бәйле, 100 км самаһы юл үтәләр. Ямғыр һәм көслө ел ваҡытында хәрәкәт итеүе ҡатмарлаша. Һәр хәлдә был сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра.
– Екатеринбург ҡалаһына барып, мин уны беренсе тапҡыр күрҙем. Юлда беҙ бөтөнләй арыманыҡ, өс көндә 330 километр юл үттек.
Беҙҙең сәфәр тураһында ишеткәс, Екатеринбург ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһы студенттарынан торған яҡташтар ойошмаһы осрашыуға саҡырҙы. Улар өсөн йырланым, сәйәхәттәрем тураһында һөйләнем һәм тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Яҡташтарыбыҙҙың йылы һәм дуҫтарса мөхитендә бик күңелле булды.
Башҡаларға ла күберәк сәйәхәт итергә кәңәш бирер инем, сәйәхәт барышында тормоштоң тәмен тояһың һәм донъяға икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: