Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Мәсетле районының мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов сәләмләне. Ул барыһына ла уңышлы сығыш теләне.
Ярыш башланыр алдынан Мәсетле районы “Беренселәр хәрәкәте” балалар берекмәһе активистары үҙҙәренең күңелле сығышы менән ҡатнашыусыларҙы дәртләндерҙе.
Сарала Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан биш команда ҡатнашты. Ярыш дүрт спорт төрөндә үткәрелде: волейбол (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар), шахмат, өҫтәл теннисы һәм дартс. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа юғары әҙерлек кимәлен, еңеүгә ынтылыш, командала эшләй белеүен күрһәтте. Көрәш көсөргәнешле булды, барыһы ла мөмкин тиклем бар көсөн һалды.
Ир-егеттәр волейболында ярыш йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Салауат районы командаһы яуланы, икенсе урынды – Дыуан, өсөнсө урынды – Мәсетле. Ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командалары араһында беренсе урынды – Дыуан, икенсе урынды – Балаҡатай, өсөнсө урынды Салауат районы командаһы яуланы.
Шахматта беренсе урынға – Балаҡатай, икенсе урынға – Мәсетле, өсөнсө урынға Салауат районы командаһы сыҡты.
Өҫтәл теннисында салауаттар беренсе урын алды, Мәсетле районы командаһы – икенсе, Балаҡатай өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Дартста иң көслөләр – мәсетлеләр, икенсе урында – балаҡатайҙар, өсөнсө урынды Салауат районы командаһы яуланы.
Һөҙөмтәлә, йыйылған бөтә мәрәйҙәр буйынса беренсе урында – Мәсетле районы, икенсе урында – Салауат районы, өсөнсө урында – Балаҡатай районы. Призлы урын яулаған ҡатнашыусылар һәм командалар Мәсетле районы хакимиәте бүләктәре һәм грамоталары менән бүләкләнде. Уларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев тапшырҙы.
Екатерина ӘМИРОВА.