Финалда мәсетлеләр Йылайыр районы командаһы менән уйнаны. Еңеү – беҙҙең команданың һәр ағзаһының ныҡышмалы күнекмәләре һәм бар көсөн һалыуы һөҙөмтәһе.
Еңеүсе команда составында Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Андрей Әхмәтғарипов, Эмиль Ғилметдинов, Радмир Зәбихуллин, Рамаҙан Ҡазиханов, Инсаф Мөхәмәтйәнов, Самат Нәсибуллин, Тимур Йомаҙилов уйнаны. Әлбиттә, уңышҡа өлгәшеү тренер Илгизәр Ғилметдиновтың уйлап эш итеүе, тәжрибәһе һәм һөнәренә тоғролоғо һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Уның етәкселегендә балалар үҙ оҫталыҡтарын камиллаштыра, бер команда булараҡ берҙәм эшләргә өйрәнә.
Уҡытыусы иңендә – күп йыллыҡ тренерлыҡ стажы. Ул бер юлы өс ауылда, атап әйткәндә, Ләмәҙтамаҡ, Һабанаҡ һәм Оло Ыҡтамаҡта секциялар алып бара.
Спартакиадала еңеү – Мәсетле районы өсөн ҙур уңыш, гимназия өсөн ғорурлыҡ һәм бөтә йәш спортсыларға өлгө! Команданы һәм егеттәрҙең тренерын ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ, артабан да спортта юғары ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.