Спорт
11 Сентябрь 2024, 05:15

Республика спортсылары Астанала тәүге миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында тәүге миҙалдар яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, билбау көрәшендә Алёна Фәтихова көмөш миҙал алды, ә Камилла Зөлҡәрнәева ошо спорт төрөндә бронза призер булды (тренер Рөстәм Зыяҡаев).

Республика спортсылары Астанала тәүге миҙалдар яуланыРеспублика спортсылары Астанала тәүге миҙалдар яуланы
Республика спортсылары Астанала тәүге миҙалдар яуланы

Тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Ләйлә Шаһисолтанова ла мас-рестлингта «көмөш» яуланы (тренерҙар Раил Бикмаев, Закариаш Шиока). Финалда ул ҡырғыҙ ҡыҙы менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 сентябрҙә Астанала Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары башланды. Ярыштар 13 сентябрҙә тамамлана. Турнирҙа илебеҙҙән 209 кеше ҡатнаша. Башҡортостан делегацияһы һан яғынан икенсе урында, уның составында 26 спортсы бар.

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков

Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы, телеграм

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-09-10/respublika-sportsylary-astanala-t-ge-mi-aldar-yaulany-3923449 

Республика спортсылары Астанала тәүге миҙалдар яуланы
Республика спортсылары Астанала тәүге миҙалдар яуланы
Автор: