Турслетта һәр саҡ күңелле. Унда ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә теүәл бер йылға етәрлек күтәренке кәйеф ала. Тәбиғәттә ял кешеләрҙе яҡынайта, һәләттәрҙе асырға мөмкинлек бирә. Быйыл да әүҙем ял яратыусыларға тәбиғәт, әйтерһең дә, үҙе бүләк эшләне – ҡояшлы көндәр ҡатнашыусыларҙың да, жюри ағзаларының да кәйефтәрен тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе.
Быйыл спорт ярышында Мәсетле районының төрлө мәғариф учреждениеларынан алты команда ҡатнашты. Фестивалде асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Марат Ханнанов һәм мәғариф бүлеге белгесе Рәмзилә Ғилметдинова сығыш яһаны. Фәрдиән Мөхәмәтов етәкселегендәге судьялар командаларға яҡшы кәйеф һәм уңыштар теләне.
Конкурс программаһы сараларға бай булды. Унда ҡатнашыусылар ун этапта еңеү өсөн көрәште: старт алды тикшереүе, япмалы кисеү, битләү буйлап күтәрелеү һәм төшөү, параллель яндауырҙар, йырын аша бағаналар буйлап сығыу, төйөндәр эшләү һәм башҡалар.
Ярыштарҙан тыш, йәш туристар крайҙы өйрәнеү викторинаһында, туристик йырҙар башҡарыуҙа һәм гәзит сығарыуҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса өлкән төркөм араһында беренсе урынды Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто командаһы яуланы, Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыусылары икенсе булды, өсөнсө урында – Яңы Мишәр мәктәбе командаһы. Кесе төркөм араһында Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары иң етеҙе һәм белемлеһе булып сыҡты, икенсе урында – Башҡорт гимназияһы командаһы, өсөнсөлә – Оло Ыҡтамаҡ лицейы.
Диана АБДРАХМАНОВА.
Һүрәттә: Дыуан-Мәсетле мәктәбе командаһы